Баймаҡ районы Беренсе Төркмән ауылында табип амбулаторияһы асылды.
—Моҡас ауыл советы халҡы өсөн мөһим ваҡиға булды — беҙ яңы заманса ауыл табип амбулаторияһын астыҡ. Был Баймаҡ ҡалаһының административ үҙәгенән алыҫ урынлашҡан ауыл өсөн күптән көтөлгән һәм кәрәкле социаль объект. Амбулатория ике меңгә яҡын кешене хеҙмәтләндерә, улар араһында балалар һәм өлкәндәр байтаҡ. 1-се Һәм 2-се Төркмән, 1-се һәм 2-се Мукас, Абҙаҡ, Әхмәр, Иҫәнбәт, Күсей, Казанка һәм Басай тораҡ пункттарында йәшәүселәр бында медицина ярҙамы аласаҡ. Табип амбулаторияһын асыу—республикабыҙҙа медицинаны үҫтереү буйынса күләмле программаның бер өлөшө. Республика Башлығы инициативаһы буйынса яңы һаулыҡ һаҡлау объекттары төҙөлә. Һуңғы йылдарҙа беҙҙең районда Ғүмәр һәм Ишмырҙа ауылдарында яңы фельдшер-акушерлыҡ пункттары, Баймаҡ ҡалаһында балалар поликлиникаһы сафҡа ингәйне, ә киләһе аҙнала Урғаҙа ауылында республикала тәүге модуль тибындағы участка дауаханаһы асыласаҡ. Республика етәкселегенә, төҙөүселәргә, үҙәк район дауаханаһы коллективына, ауыл халҡына яңы амбулатория асыуҙары өсөн рәхмәтлебеҙ,—тип яҙа социаль селтәрҙә Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Азамат Иҙрисов.