-4 °С
Болотло
Хәйбулла районы Өфө ауылында көндөҙгө стационар менән модулле табип амбулаторияһы асылды. Ул Өфө халҡының ғына түгел, ә яҡын-тирәләге ауылдарҙың халҡын хеҙмәтләндерәсәк. Яңы бинала пациенттарҙы уңайлы һәм хәүефһеҙ ҡабул итеү, шулай уҡ медицина персоналы өсөн бөтә шарттар булдырылған.
Амбулаторияны сафҡа индереү «Һаулыҡ Һаҡлау» милли проекты сиктәрендә «Һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын яңыртыу» федераль проекты ярҙамында бойомға ашырылды. Әйткәндәй, уны йыһазландырыуға «Башҡорт баҡыры» йәмғиәте булышлыҡ күрһәткән.