Зилә Фәтих ҡыҙы 30 йылға яҡын 9-сы мәктәптә балаларға рус теле һәм әҙәбиәтенән белем бирә. Уның бик күп уҡыусылары был фәндән берҙәм дәүләт имтиханын юғары балдарға тапшырған. Хатта бер нисә йыл рәттән 100 балл йыйыусылар әҙерләгән.
Уҡытыусылыҡ уның ҡанында. Әсәһе Дилә Шәриф ҡыҙы Әҙеһәмова ла филолог. Мәғариф ветераны оҙаҡ йылдар Сибай гимназия-интернатында тәрбиәсе, өлкән тәрбиәсе булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан.
Бөтә эшмәкәрлеген "Мәғариф" милли проектына ярашлы бик уңышлы алып барған Есаулова Татьяна Ивановнаның дөйөм педагогик стажы 40 йыл. Сибай ҡалаһының 1-се мәктәбендә 27 йыл эшләй. Баймаҡ районының Богачевка ауылында тыуған. Сибай педагогия училищеһын тамамлаған. Юғары белемде Стәрлетамаҡ педагогия институтында алған. Ире Сергей Есаулов менән ике ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергәндәр, 2 ейәндәре, бер ейәнсәрҙәре бар.