Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
7 Сентябрь , 21:20

Пилотһыҙ авиация системаларын өйрәнеү кабинеты асылды

Белем биреү программаһына ярашлы пилотһыҙ авиация системаларын өйрәнеү маҡсатында яңы уҡыу йылы башында Сибай ҡалаһындағы 3-сө республика полилингваль күп тармаҡлы гимназия-интернатында махсус класс-кабинет булдырылды Махсус кабинетты асыр алдынан гимназия-интернат уҡытыусылары бер нисә ай дауамында пилотһыҙ авиация системаларын өйрәнеү буйынса курс үткән. Алдан әҙерлек эше алып барылғанлыҡтан, яңы предметты уҡытыу педагогтарғаа бер ниндәй ҙә ауырлыҡ тыуҙырмай.

Пилотһыҙ авиация системаларын өйрәнеү кабинеты асылды
Пилотһыҙ авиация системаларын өйрәнеү кабинеты асылды

Бындай кабинет республиканың тағы 21 белем усағында үҙ ишектәрен асҡан.

 

Махсус кабинет пилотһыҙ авиацион системаларҙы эшкәртеү, етештереү һәм эксплуатациялауҙа теоретик һәм практик күнекмәләр уҙғарыу өсөн барлыҡ заманса ҡоролмалар менән йыһазландырылған. Атап әйткәндә, "Мәғариф" милли проектына ярашлы белем биреү майҙансығы юғары технологиялар донъяһына инеү өсөн заманса тренажерҙар һәм симуляторҙар менән тәьмин ителгән.

Яңы кабинет гимназистарҙың кәрәкле һөнәрҙе үҙләштереү мөмкинлеген тыуҙырып ҡына ҡалмай, төрлө конкурс һәм фәнни проекттарҙа ла ҡатнашыуға ла юл аса.

- Был тармаҡта белем биреүҙең төп маҡсаты – техник ижад. Квадрокоптер эшләү һәм уның менән идара итә белеү ул заманса һәм файҙалы ғәмәли тәжрибә лә. Бындай шөғөл уҡыусының ваҡ моторикаһын һәм логик фекерләүен үҫтерә, --ти 3-сө республика полилингваль күп тармаҡлы гимназия-интернаты директоры вазифаһын башҡарыусы

Иҙел Әсмәндияров.-Яңылыҡ уҡыусыларҙың техник фәндәргә ҡыҙыҡһыныуын уятырына, креатив һәләттәрен үҫтерергә булышлыҡ итеренә шик юҡ

 

Пилотһыҙ авиация системаларын өйрәнеү кабинеты асылды
Пилотһыҙ авиация системаларын өйрәнеү кабинеты асылды
Пилотһыҙ авиация системаларын өйрәнеү кабинеты асылды
Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас: