Азалия Варис ҡыҙы Төбәк-ара “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы-2024” конкурсы еңеүсеһе
-Уҡытыусы һөнәрен һайлауыма ҡартатайым Рәфҡәт яҡуп улы Күсәбаев сәбәпсе булды. Ул үҙенең атаһы Яҡуп Ғүмәр улы тәүгеләрҙән булып беҙҙең ауылда совет мәктәбе асҡан кеше тип һөйләй торғайны. Шулай уҡ тәүге уҡытыусым Кәтибә Зәйнетдин ҡыҙы Хөсәйенова ла был изге һөнәргә ғашиҡ иттерҙе, -- ти 12 йыл балаларға башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән һабаҡ биреүсе Азалия Ибраһимова.-Мәртәбәле конкурста ҡатнашыу минең өсөн етди һынау булды ти уҡытыусы.
Конкурстың ярышы төрҙәрен уҙғанда шул тиклем тулҡынландым шул уҡ ваҡытта район намыҫын яҡлауымды аңлап, ғорурланып сығыш яһаным. Бик күпте алдым был саранан, яңы таныштар таптым, күп яҡтан асылдым. Киң күләмле сара әҙерлек кимәлемде күтәрергә булышлыҡ итте, һәләттәрҙе асты, һөнәри тәжрибә тупларға ярҙам итте.
Уҡытыусы был еңеүен шәхсән еңеүе тип иҫәпләмәй.
-Был еңеүгә беҙ күмәкләп ынтылдыҡ, беҙ ул—Баймаҡ ҡалаһы 4-се лицейының һәм 3-сө мәктәптең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары Айгөл Сирбаева, Лиза Ниғмәтуллина, шулай уҡ Иҫке Сибай мәктәбенең информатика уҡытыусыһы Гөлгенә Хөсәйеноваларҙан торған махсус ижади команда.
Ошо коллегаларыма һәм райондың мәғариф бүлегенә, туған мәктәбем коллективына ныҡлы ярҙамдары, терә-таяныс булғандары өсөн ҙур рәхмәт белдерәм!
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ:
Башҡортостанда туған тел уҡытыусыларына бер нисә төр ярҙам күрһәтелә
2019 йылда Башҡортостандың Мәғариф министрлығында - Милли мәғариф идаралығы, ә Мәғарифты үҫтереү институтында Милли мәғариф буйынса ресурс үҙәге ойошторолдо.
2019 йылда уҡ башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының I Бөтә Рәсәй съезы үтте. Өфөлә, Стәрлетамаҡта, Нефтекамала, Сибайҙа, Учалыла, Хәйбулла һәм Мишкә райондарында һигеҙ полилингваль мәктәп асылды. Быйыл Баймаҡ һәм Тәтешле райондарында ошондай мәктәптәр асыу планлаштырыла.
Башҡортостанда «Башҡортостан Республикаһының дәүләт телдәрен һәм унда йәшәгән халыҡтарҙың телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү» дәүләт программаһы ҡабул ителде. Дөйөм финанслау күләме - 3,52 миллион һум. Уның сиктәрендә 2019-2023 йылдарҙа 133 класс интерактив таҡталар, проекторҙар, ноутбуктар һәм күп функциялы ҡоролмалар менән йыһазландырылды.
Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендәге мәктәптәр башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса 30,9 мең дана уҡыу һәм уҡытыу-методик әҙәбиәт менән тәьмин ителде..
Башҡортостандың Мәғарифты үҫтереү институтында туған тел уҡытыусылары, шул иҫәптән илебеҙҙең башҡа төбәктәренән башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары өсөн бушлай квалификацияны күтәреү курстары, ҡайтанан һөнәри әҙерлек курстары үткәрелә.
Әйтәйек, 2019-2022 йылдарҙа 340 башҡорт теле һәм әҙәбиәте, татар теле һәм әҙәбиәте, сыуаш теле һәм әҙәбиәте, удмурт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы квалификацияһын күтәргән.
💸2019 йылда үҙ фәнен ике йәки унан күберәк телдә алып барған педагогтарҙың эш хаҡына 15% күләмендә өҫтәмә билдәләнде. Шулай уҡ балалар баҡсаларында туған телде өйрәнеү төркөмдәрендә эшләгән тәрбиәселәрҙең һәм педагогтарҙың эш хаҡы 15% арттырылды. Ә ағымдағы йылда республика полилингваль мәктәптәре хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡына 20% күләмендә дәртләндереүсе өҫтәмәләр индерелә, был эш хаҡының дөйөм кимәленә йоғонто яһарға тейеш.
2023 йылда иң яҡшы башҡорт һәм рус теле, әҙәбиәте уҡытыусылары өсөн Башҡортостан Республикаһы хөкүмәте премияларының һаны 50-нән 100-гә тиклем арттырылды.
-Туған телгә һөйөү ғаиләнән башлана. Мәктәптә уҡытыусыларҙан да күп нәмә тора. Улар уҡыусыларҙа телебеҙгә, әҙәбиәтетебеҙгә, мәҙәниәтебеҙгә, тарихыбыҙға һөйөү уята алһа, телебеҙҙең, милләтебеҙҙең киләсәге була. Шуға күрә лә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары иңендә ҙур яуаплы бурыс ятыуын оноторға ярамай,--тине йәмәғәт фекере лидеры, Сибай башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Альбина Ярмуллина.