Башҡортостанда 2024 йылда пилотһыҙ осоу аппараттары (БПЛА) менән эшләргә өйрәтеү өсөн махсус кластар һәм түңәрәктәр асыла. Хөкүмәттең тейешле ҡарары Башҡортостандың рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған.
Документтан күренеүенсә, БПЛА менән эшләү буйынса кластар һәм түңәрәктәр 21 белем биреү ойошмаһында асыла. Бөтәһе 525 уҡыусыны йәлеп итеү планлаштырыла. Бынан тыш, проект сиктәрендә педагогик хеҙмәткәрҙәр ҙә уҡытыла, белем биреү программалары әҙерләнеп, бойомға ашырыла.
Проект төбәк һәм федераль бюджеттар иҫәбенә финанслана. Түңәрәктәрҙең эше өсөн республиканың мәғариф һәм фән министрлығы яуаплы.
Рәсәйҙәге иң эре мәғариф системаларының береһе — Башҡортостанда, беҙҙә 3,5 меңдән ашыу белем биреү ойошмаһы иҫәпләнә, уларҙа 854,1 мең кеше уҡый һәм тәрбиәләнә, 119,9 мең педагогик хеҙмәткәр һәм административ персонал эшләй. «Мәғариф» милли проекты сиктәрендә Алдынғы һөнәри әҙерлек үҙәге, «Аврора» балаларҙың һәм йәштәрҙең һәләттәрен асыҡлау, үҫтереү һәм уларға ярҙам итеү төбәк үҙәге, ошо йүнәлеш буйынса уҡытыу тормошҡа ашырылған ике колледж эшләйүп килә.