АТАЙСАЛ
+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Аиша һәм Айа - быйылғы тәүге игеҙәктәр

Сибай ҡалаһының ЗАГС бүлегендә “Бала тыуыу” суперсервисы сиктәрендә быйылғы йылдың тәүге игеҙәктәре теркәлде. Алгиз Расих улы һәм Гөлнәзирә Венер ҡыҙы Хәсәновтарҙың ғаиләһенә йәм өҫтәп игеҙәк ҡыҙҙары тыуған.

Аиша һәм Айа - быйылғы тәүге игеҙәктәр
Аиша һәм Айа - быйылғы тәүге игеҙәктәр

Бәләкәстәрҙең ауырлыҡтары 2 кг тирәһе, буйҙары 43 сантиметр ғына. Ҡыҙҙарға ата-әсәһе Аиша һәм айа тип матур исемдәр ҡушҡан.

Сабыйҙар тыуыу айҡанлы йәш ғаиләне ЗАГС бүлеге мөдире айгөл Әҡсән ҡыҙы Бохарбаева ҡотлап, Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Денис Назаровтан иҫтәлекле бүләк – фотоальбом һәм “Беҙҙең бәләкәскә” йыйылмаһы тапшырҙы.

Ҡыҙҙар ата-әсәһенә иш булып, иманлы, бәхетле, тәүфиҡлы булып үҫһен.

Сибай ҡалаһының ЗАГС бүлегендә барлыҡ эшмәкәрлек "Демография" милли проектына ярашлы алып барыла. Әйткәндәй, бүлек 2024 йылдың тәүге ярты йыллығында күп кенә уңыштарға өлгәшкән.

Аиша һәм Айа - быйылғы тәүге игеҙәктәр
Аиша һәм Айа - быйылғы тәүге игеҙәктәр
Автор:Гульдар Кадаева