Марс Венер улы әйтеүенсә, стадионда тротуарҙар һалынған, инженер-техник системалар селтәре һуҙылған, яҡтыртыу ҡоролмалары ҡуйылған, бәләкәй архитектура формалары, ял итеү урыны барлыҡҡа килгән, биләмә йәшелләндерелгән
Дөйөм алғанда уҙған йылда йәмәғәт урынын төҙөкләндереүгә федераль бюджеттан 18 миллион һумдан ашыу аҡса ебәрелгән. Төҙөлөш эштәре «Уңайлы ҡала мөхите булдырыу» милли проектына ярашлы башҡарыла. Был проект сиктәрендә ҡалабыҙҙа 2017 йылдан алып парк һәм скверҙар рәткә килтерелә.
-«Уңайлы ҡала мөхите булдырыу» милли проектына ярашлы ҡалабыҙҙың күп кенә объекттары яңы төҫ алды. Шулар иҫәбендә ҡала пляжы һәм «Терра Урал аръяғы»эко-паркы,--тип тә өҫтәне Марс Мусин.
Дөйөм алғанда, йәмәғәт биләмәләрен төҙөкләндереү өсөн урындағы халыҡтың теге йәки был урында яңыртыу кәрәклеге хаҡында (02.городсреда.ру) махсус порталда тауыш биреүе кәрәк. Сибайҙар уҙған йылда әүҙемлек күрһәтеп стадион биләмәһен яңырта башлауҙары маҡтауға лайыҡ. Киләһе йылдарҙа ла йәмәғәт урынында этапҡа ярашлы төҙөлөш эштәре дауам итәсәк.
-«Уңайлы ҡала мөхите булдырыу» милли проектына ярашлы ныҡлы үҙгәреш кисергән йәмәғәт биләмәлендә ҡалабыҙ халҡы бөтә буш ваҡыттарын, ялдарын үткәрә. Йәй пляжда һыу инәләр, паркта рәхәтләнеп ял итәләр. Беҙҙең берекмә биләмәһенә теркәлгән стадиондан хәҙер балалар өҙөлмәй: әүһәләктәрҙә эйәләр, эскәмйәләрҙә ял итәләр, йәйәүлеләр өсөн троутарҙың булыуы ла бик яҡшы. Проект, ысынлап та, һәр кем өсөн уңайлы ҡала шарттары тыуҙыра,--тип ҡалалаштар исеменән ҡала хакимиәтенә рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе Сибай концерт-театр берекмәһенең кадрҙар бүлеге етәксеһе Зинира Шаһиева.