АТАЙСАЛ
+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Хыялдары тормошҡа ашһын!

«Сибай» 3-сө республика полилингваль күп профилле гимназия-интернатын быйыл 42 уҡыусы тамамлап, оло тормошҡа аяҡ баҫа. 24 майҙа гуманитар һәм техник йүнәлештә профилле белем алған ҡыҙҙар-егеттәр өсөн мәктәптә һуңғы ҡыңғырау яңғыраны. -Ике йыл элек Баймаҡ районының Күсей ауылынан гимназия-интернатҡа уҡырға килдем. Башта барыһы ла ят булды, әммә белемгә ынтылышым барлыҡ кәртәләрҙе емерҙе. Абруйлы белем усағын тамамлауым минең өсөн ҙур ғорурлыҡ. Бында мин ысын дуҫтар таптым, тормош һабағы алдым, бала саҡ менән хушлашып, йәшлеккә аяҡ баҫыу осорон кисерҙем. Киләсәктә Берҙәм дәүләт имтихандарын уңышлы тапшырып, үҙем теләгән уҡыу йортона уҡырға инеп, дизайнер һөнәрен үҙләштерергә хыялланам. Яратҡан класташтарым, уҡытыусылар, дуҫтарымдан айырылыуы ҡыйын булыр. Тик тормош шулай ҡоролған. Ҡоштар ҙа бит шулай таралыша, тип йырҙа ла йырлана. Беҙҙе оло тормош юлына әҙерләп сығарыусыларға барыһы өсөн дә ҙур рәхмәт!--тип шатлыҡ ҡатыш һағыштары менән дә уртаҡлашты 11-се класс уҡыусыһы Алина Игебаева.-Был егеттәргә бер аҙ көнләшеп тә ҡуям, сөнки Ғәфүр Таштимеров саҡ 11-сегә, Таштимер Ғәрифуллин 9-сы класҡа күсә. Улар туған гимназия-интернатыбыҙҙа ҡала һәм артабан юғары осорға ҡанат нығыта.

Хыялдары тормошҡа ашһын!
Хыялдары тормошҡа ашһын!

Был тырыш ҡыҙ һәм егеттәрҙе туған телебеҙгә, тарихыбыҙға, мәҙәниәтебеҙгә һөйөү берләштерә. Улар өсөһө лә техник йүнәлештәге кластарҙа уҡыһа ла быйыл гуманитар фәндәрҙән уҙғарылған республика предмет олимпиадаларында алдынғы урындар яулаған.

Алина башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса уҡыусылар федераль олимпиадаһы призеры булһа, Таштимер Ғәрифуллин Стәрлетамаҡ ҡалаһының Ж.Кейекбаев исемендәге 3-сө гимназияһында уҙған «Кейекбаев уҡыуҙары» республика фәнни-ғәмәли кәңәшмәһендә фәнни-эҙләнеү эштәре буйынса икенсе урын алған.

Ғәфүр иһә Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте буйынса республика олимпиадаһында 1-се урынға лайыҡ булған. Алинаны, Таштимерҙе ярышҡа остаздары—Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Әлнисә Алдырханова-Кәримова, Ғәфүрҙе Зөлфиә Ҡарасова әҙерләгән.

Уҡыусыларҙың уңыштарын күреп, быйылғы уҡыу йылында "Мәғариф" милли проектына ярашлы, Сибай гимназия-интернатын юҡҡа ғына полилингваль күп профилле белем усағына әүерелдермәүҙәренә инанаһың. Белемле, тәрбиәле, уңышлы, илһөйәр, телһөйәр уҡыусыларға яҡты киләсәк, тыныс, аяҙ күк йөҙө, уҡыуҙарында уңыштар, хыялдарын ысынбарлыҡҡа әйләндереүҙәрен теләйбеҙ!

Гөлдәр Ҡадаева.

 

 

Хыялдары тормошҡа ашһын!
Хыялдары тормошҡа ашһын!
Хыялдары тормошҡа ашһын!
Автор:Гульдар Кадаева