АТАЙСАЛ
+30 °С
Облачно
Антитеррор
Милли проекттар
18 Мая 2024, 17:15

Башҡорт лицейының шәп уҡыусылары билдәләнде!

Сибай ҡалаһының Р.Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейында традицияға әүерелә барған “Йыл уҡыусыһы – 2024” мәктәп сараһы уҙҙы. Был сарала йыл да уҡыуҙа ҙур уңыштарға өлгәшкәндәр, "Мәғариф" милли проекты сиктәрендә уҙғарылған сараларҙа ҡатнашыусылар, фән һәм ғилем серҙәрен үҙләштергәндәр, спорт ярыштарында алдынғылыҡты бирмәгәндәр, тамашысыларға үҙҙәренең талантын, йыр-моңон, оҫта һүҙен еткергәндәр, ғөмүмән, лицейҙың ғорурлығы булған уҡыусылар тәбрикләнә.

Башҡорт лицейының шәп уҡыусылары билдәләнде!Башҡорт лицейының шәп уҡыусылары билдәләнде!
Башҡорт лицейының шәп уҡыусылары билдәләнде!


"Йыл уҡыусыһы" сараһын үткәреүҙә лицейҙың даими спонсорҙарының өлөшө ғәйәт ҙур. Тап улар ярҙамында уңышҡа өлгәшкән һәр лицеист бүләккә лайыҡ булды. "Йыл уҡыусыһы – 2024" сараһында бөтәһе 300-гә яҡын уҡыусы бүләкләнде. Төрлө өлкәләге олимпиада, фәнни эштәр, конкурстар, ярыштар буйынса маҡтау ҡағыҙҙары менән бер рәттән уҡыусылар спонсорҙарҙан ҡиммәтле бүләктәр, сертификаттар, аҡсалата приз алдылар.
“Йыл уҡыусыһы” номинацияһында еңеүселәр:
«ЙЫЛ ӨМӨТӨ» номинацияның еңеүсеһе – Ырыҫбаева Нургизә, 4а класы уҡыусыһы;
«ЙЫЛ ОЛИМПИЕЦЫ» номинацияның еңеүсеһе – Алламоратова Ильяна, 10 класс уҡыусыһы;
«ЙЫЛ ТИКШЕРЕНЕҮСЕҺЕ» номинацияһының еңеүсеһе - Илғыуатова Гөлназ, 10 класс уҡыусыһы;
«ЙЫЛ АКТИВИСЫ» номинацияһы еңеүсеһе – Ишҡолова Дилиә, 7а класы уҡыусыһы;
«ЙЫЛ СПОРТСМЕНЫ» номинацияһында еңеүсе – Ҡаһарманов Дияз, 11 класс уҡыусыһы;
«ЙЫЛ ПАТРИОТЫ» номинацияһында еңеүсе – Хәсәнов Илнур, 8б класы уҡыусыһы;
«ЙЫЛ УҠЫУСЫҺЫ- 2024» номинацияһының еңеүселәре – Һөйөндөков Фәнис, Ҡаҙаҡбаева Альмира, 11 класс уҡыусылары.
АФАРИНДАР!!!

Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас