АТАЙСАЛ
+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
30 Апрель , 21:45

Иҫке йорттар хәүеф тыуҙыра

Күптәрҙе иҫке йорттарҙан яңыларына ҡасан күсерелеү ваҡыты ҡыҙыҡһындыра. 2025 йылда тормошҡа ашырыла башлаясаҡ яңы программаға ярашлы, авария хәлендәге торлаҡта көн итеүселәрҙең проблемаһы 2030 йылға хәл ителеүе ихтимал.

Иҫке йорттар хәүеф тыуҙыра
Иҫке йорттар хәүеф тыуҙыра

Иҫке торлаҡтарпроблемаһы илебеҙҙә һәр ваҡыт киҫкен тора. Әлеге ваҡытта авария хәлендәге торлаҡ фонды йәшәүгә яраҡһыҙ, инженер селтәрҙәре ҡаҡшаған, капиталь ремонт талап иткән иҫке күп ҡатлы йорттарҙы яңыртыу өҫтөндә эшләй. Сибай ҡалаһында ла авария торошондағы 35 күп ҡатлы йорт бар.

Күптәрҙе иҫке йорттарҙан яңыларына ҡасан күсерелеү ваҡыты ҡыҙыҡһындыра. 2025 йылда тормошҡа ашырыла башлаясаҡ яңы программаға ярашлы, авария хәлендәге торлаҡта көн итеүселәрҙең проблемаһы 2030 йылға хәл ителеүе ихтимал.


Йәшәү өсөн яраҡһыҙ торлаҡтың кәмеүен тәьмин итеү власть органдарының мөһим бурыстарының береһе булып ҡала. 2023 йылда Башҡортостан авария хәлендәге торлаҡтан күсереү һаны буйынса Рәсәй төбәктәре араһында алтынсы урынды биләгән.

Башҡортостанда 2019 йылдан алып “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектына ярашлы федераль фонд ҡатнашлығындағы адреслы программа сиктәрендә муниципаль район һәм ҡалаларҙа 9 меңгә яҡын кеше яңы төҙөлгән биналарға күскән.

фото интернеттан

Автор:Гульдар Кадаева