Бөтә яңылыҡтар

Ишмырҙалар ҡыуаныс кисерә

Баймаҡ районының Ишмырҙа ауылында өр-яңы фельдшер-акушер пункты үҙ ишектәрен асты. 

Ишмырҙалар ҡыуаныс кисерә
Ишмырҙалар ҡыуаныс кисерә

Был хаҡта социаль селтәрҙә Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Фәнис Әминев белдерҙе:

-Был көтөп алынған һәм ауыл өсөн бик кәрәкле социаль объект, заманса фельдшер-акушерлыҡ пункты оҙаҡ йылдар хеҙмәт итһен.

Төҙөлөш ауыл халҡы ярҙамы менән ҡыҫҡа ваҡытта атҡарылып сыҡты. Подрядсы ойошмаға, эшселәргә, Үҙәк ҡала дауаханаһының баш табибы Илшат Тимерйән улы Рысҡужинға, ауыл хакимиәтенә рәхмәт һүҙҙәре еткерәм.

Республикабыҙҙа медицина өлкәһен үҫтереүгә ҙур иғтибар бүленә. Радий Фәрит улы Хәбировтың инициативаһы менән бик күп яңы һаулыҡ һаҡлау объекттары сафҡа инә, улар заманса ҡорамалдар менән тулыландырыла.

Медицина хеҙмәткәрҙәренең эш шарттарының яҡшырыуы, өлкәнең кадрҙар проблемаһын хәл итеүгә ярҙам итер, тип ышанабыҙ.

Сегодня у жителей села Ишмурзино радостное событие – открытие нового фельдшерско-акушерского пункта.

Новый ФАП построен в рамках реализации национального проекта «Здравоохранение».

Это итог кропотливого труда большого числа людей – от строителей до медицинских работников и руководителей и ещё один шаг в развитии здравоохранения Баймакского района.

В новом фельдшерско-акушерском пункте будет работать фельдшер Зиля Кутлугужина, общий стаж ее работы составляет 40 лет.

Желаю всем удачи, крепкого здоровья и благополучия!

Ишмырҙалар ҡыуаныс кисерә
Ишмырҙалар ҡыуаныс кисерә
Автор:Гульдар Кадаева