Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
26 Ғинуар , 14:45

Әсәләр ҙә, хеҙмәткәрҙәр ҙә шат

Сибай ҡалаһының перинаталь үҙәген яңыртыу эштәре 2019 йылда уҡ башланды. Ул ваҡытта бинаны йылытыу системаһы һәм тәҙрәләр алмаштырылды, шулай уҡ йөк лифты барлыҡҡа килде. Артабан әсәләр бала тапҡандан һуң ятҡан бүлектә ремонт уҙғарылды. Быйыл иһә бала табыу йортон яңыртыуҙың тағы бер этабы тамамланды--1-се ҡаттағы ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы ремонттан һуң үҙ ишектәрен асты.

Әсәләр ҙә, хеҙмәткәрҙәр ҙә шат
Әсәләр ҙә, хеҙмәткәрҙәр ҙә шат

Билдәле булыуынса, ҡаланың перинаталь үҙәге үҙ эсенә бер нисә бүлекте ала: беренсе ҡатта йөклө һәм бала тапҡандан һуң ҡатын-ҡыҙҙарға консультация уҙғарыла, реабилитация үткәрелә. 3-сө ҡатта бала тапҡандан һуң әсәләр һәм сабыйҙар ятһа, 5-се ҡатта бала табыу залдары урынлашҡан. Тик бинаның торошо бала табырға килеүсе, сабыйын ошонда тәү тапҡыр ҡулына алыусы әсәләрҙе бер нисек тә ҡәнәғәтләндермәй ине. Ысынлап та, коридорҙарға сығырлыҡ түгел һыуыҡ, ағас тәҙрәләр ныҡ иҫкергәйне, тимер карауаттарындағы матрастар ятырлыҡ түгел ҡаты ине. Хеҙмәткәрҙәр ҙә бының менән килеште. Һәм, ниһайәт, 2019 йылда “Балаларға ярҙам күрһәтеүҙә заманса инфраструктуралы балалар сәләмәтлеген һаҡлауҙы үҫтереү” төбәк программаһына ярашлы бала табыу йортон яңыртыу процесы башланды.

-Балалар поликлиникалары һәм бала табыу йорттарын ремонтлауҙы хәстәрләгән программа сиктәрендә йылына бинаның бер генә ҡатын рәткә килтереүгә 39-40 миллион һум тирәһе аҡса бүленә,--ти Сибай үҙәк дауаханаһының балалыҡ һәм бала табыуҙа ярҙам күрһәтеү буйынса урынбаҫары Фирүзә Аҡбулатова.-2023 йыл буйы ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһында ремонт барҙы. Быға ҡәҙәр консультацияға йөрөгән ҡатын-ҡыҙҙарҙы тар ғына бүлмәләрҙә акушер-гинеколог менән акушерка бергә ҡабул итһә, физрастоворҙар ҙа шунда һаҡлана ине. Әле бүлмәләрҙе киңәйттек һәм һәр ике бүлмә һайын берәр ҡарау урыны (смотровая) булдырҙыҡ. Был гүзәл заттар, табиптар өсөн дә бик уңайлы.

Фирүзә Хәлил ҡыҙы әйтеүенсә, 2022 йылдың мартында "Һаулыҡ һаҡлау" милли проектының “Балалар сәләмәтлеген һаҡлау” программаһы буйынса әсәләр бала тапҡандан һуң ятҡан бүлектә ремонт яһалған. Иҫке стеналар, иҙән һәм түшәмдәр яңыртылған. Яңы ишектәр, тәҙрәләр һәм санитария узелдары ла бүлеккә заманса, яңы төҫ өҫтәгән. 2023 йылда сират ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһына еткән.

Бүлектә ишектәр яңыртылған, иҙән, стена һәм түшәмдәр ҙә заманса материалдар менән көпләнгән. Санитария узелы һәм электр үткәргестәр тулыһынса яңыртылған. Бындағы уңайлы шарттарға ҡатын-ҡыҙҙар ғына түгел, медицина хеҙмәткәрҙәре лә ифрат ҡыуана.

Ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһына килеүселәр коридоҙа сиратта ултырғанда ҡарап ултырырға, йәки музыка тыңларға телевизор ғына етешмәүен белдерә. Шулай уҡ яңыртылған бүлеккә иҫке йыһаздарҙы теҙеү ҙә килешеп етмәй. Мотлаҡ яңыһы талап ителә.

-Яңы йыһаз кәрәк, әлдиттә. Ремонт эшенә аҡса күп киткәнлектән, әлегә йыһазландырыуға ҡаҙнанан аҡса бүленмәй. Әммә республиканың һаулыҡ һаҡлау министрлығы был тәңгәлдә беҙгә ярҙам итеренә ышаныс ҙур,--ти Фирүзә Аҡбулатова.

Бинаға ингән холл да заманса итеп үҙгәртелгән. Тап ошо урында бала табыу йортонан бәпестәрҙе алып сығалар. Әлеге холға яҡтылыҡ диодлы фото биләмәһе эшләнгәндәр. Яҡты, заманса бүлмәлә сабыйҙы ҡаршы алыуы күңелле лә, тулҡынландырғыс та.

-Эш урыныбыҙға ҡайтыуыбыҙға, уның иҫ киткес матур итеп яңыртылыуына бик шатбыҙ. Яңы тыуған сабыйҙарын алып сығыусылар ҙа бындағы үҙгәрештәрҙе хуплай һәм барыһы ла заманса итеп эшләнеүгә һоҡлана,--тине Сибай үҙәк дауаханаһының өлкән акушеркаһы Зәйтүнә Оморҙаҡ ҡыҙы Сафина.

Перинаталь үҙәктең яңырыуына бала табыусы әсәләр, сәләмәлектәрен нығытыусы гүзәл заттар ғына түгел, көнө-төнө эш урынында булған табиптар, шәфҡәт туташтары, акушеркалар ҙа ҡыуана һәм етәкселеккә рәхмәт әйтә.

Киләһе йылда бала табыу йортоноң икенсе ҡатын ремонтлау күҙаллана. Фирүзә Хәлил ҡыҙы белдереүенсә, икенсе ҡатта ла ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы урынлашасаҡ. Йәғни, икенсе ҡаттың яртыһын операция блогы һәм көндөҙгө стационар, тар белгестәрҙең ҡабул итеү бүлмәләре биләһә, икенсе яртыһында патология менән тыуған сабыйҙарҙы бағыу бүлеге, реанимация урын аласаҡ.

2025 йылда перинаталь үҙәктең йөклөләр патологияһы бүлеге ремонтланһа, бинаның 5-се ҡатындағы бала табыу залын һәм оператив блокты заманса хәлгә килтереү 2026 йылға планлаштырылған.

Гөлдәр Ҡадаева.

Әсәләр ҙә, хеҙмәткәрҙәр ҙә шат
Әсәләр ҙә, хеҙмәткәрҙәр ҙә шат
Әсәләр ҙә, хеҙмәткәрҙәр ҙә шат
Автор:Гульдар Кадаева