Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
27 Ноябрь 2023, 08:40

"Минең һөнәрем: хыялым һәм ысынбарлыҡ"

Сибай күп тармаҡлы профессиональ колледжы өсөнсө йыл рәттән "Минең һөнәрем: хыялым һәм ысынбарлыҡ" федераль проектында ҡатнаша. Быйыл да проектта үҙ көсөбөҙҙө һынап ҡараныҡ һәм ярайһы уҡ уңыштарға ла өлгәштек. Ошо көндәрҙә уның сиктәрендә уҡыу йортобоҙҙа һөнәр биреү буйынса оҫталыҡ дәресе үтте. Унда Сибай ҡалаһының 1-се мәктәбе һәм 9-сы лицейҙың 8-се класс, Баймаҡ ҡалаһынан, Урал аръяғы райондарынан уҡыусылар әүҙем ҡатнашты һәм үҙҙәренең мөмкинлектәрен һынап ҡараны.

"Минең һөнәрем: хыялым һәм ысынбарлыҡ"
"Минең һөнәрем: хыялым һәм ысынбарлыҡ"

Оҫталыҡ дәресен коллеждың тәжрибәле уҡытыусыһы, Халыҡ-ара, Бөтә Рәсәй һәм Башҡортостан кимәлендәге мәртәбәле конкурстар лауреаттары, дипломанттар әҙерләгән остаз, арт-проекттар авторы Ләйлә Хафизова алып барҙы. Ләйлә Сәфәрғәле ҡыҙы уҡыусыларҙы колледждың декоратив-ғәмәли сәнғәт (декоративно-прикладное искусство) бүлеге менән яҡындан таныштырҙы. Шулай уҡ бүлектең төп йүнәлештәренең береһе--таштар менән эш итеүгә айырым иғтибар бүлде. Таштарҙы таҙартыу, йыуыу, бысыу, ҡырҡыу кеүек эштәр күптәрҙә ҡыҙыҡһыныу уятты. Декоратив-ғәмәли сәнғәт бүлегенең амбассадоры Йәнсурин Камилдың да сығышы ҡыҙыҡлы булды. Ул уҡыусыларҙы ташты эшкәртеү серҙәренә төшөндөрҙө. Уҡыусылар алдында миңә лә тәүге тапҡыр сығыш яһарға тура килде. Ҡыҙҙар-малайҙар дәрестән үҙҙәре өсөн күп мәғлүмәт алды, тәжрибә тупланы, үҙ-ара ихлас аралашты.

"Минең һөнәрем: хыялым һәм ысынбарлыҡ" федераль проекты "Мәғариф" милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла.

Әҙилә Исҡужина, III курс студенты, колледж амбассадоры.

"Минең һөнәрем: хыялым һәм ысынбарлыҡ"
"Минең һөнәрем: хыялым һәм ысынбарлыҡ"
Автор:Гульдар Кадаева