Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
24 Ноябрь 2023, 08:20

Бассейн эшләй башланы

Сибай ҡалаһының “Сулпылар” балалар баҡсаһында оҙаҡ эшләмәй торғандан һуң бассейн асылды һәм тәрбиәләнеүселәр өсөн йөҙөү буйынса күнекмәләр тергеҙелде. Ҡыҙҙар-малайҙар менән инструктор Юлиса Солтанова шөғөлләнә. Ул балаларға йөҙгәндә дөрөҫ тын алырға, кәүҙәне тоторға, һыуҙа хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә лә өйрәтә.

Бассейн эшләй башланы
Бассейн эшләй башланы

-Күнекмәләр төркөмдәргә бүлеп уҙғарыла. Бер төркөмдә 8-шәр бала ғына шөғөлләнергә тейеш. Шулай уҡ йәшкә, физик әҙерлеккә ҡарап та төркөм туплайбыҙ,--ти йөҙөү буйынса инструктор Юлиса Солтанова.-Күнекмәләр барышында балаларға ҡуйған иң минимум талап—кескәйҙәрҙе һыу менән таныштырыу, һыуға өйрәтеү булһа, максималь талап иһә, йөҙөүҙең төп алымдарын үҙләштереү.

Бассейнға йөрөү өсөн балалар баҡсаһының медицина хеҙмәткәренә мөрәжәғәт итергә кәрәк. Ул анализдар тапшырыу өсөн йүнәлтмә бирә. Анализдар әҙер булһа, атай-әсәләрҙән ғариза талап ителә. Шулай уҡ бассейнда йөҙөү өсөн махсус кейем: башлыҡ, сланцы ла һатып алырға кәрәк.

-Бассейн 2019 йылда эшмәкәрлеген туҡтатҡан. Быйыл иһә бында киң күләмле ремонт эштәре башҡарылды: объекттың таҙартыу, йылытыу системаһы, һыуҙың сифатын тикшереү ҡоролмалары тулыһынса яңыртылды. Хәҙер бында һыу инеү, күнекмәләр үткәреү бер ниндәй ҙә хәүеф тыуҙырмай,--тине “Сулпылар” балалар баҡсаһы мөдире Нәзилә Ғайсар ҡыҙы Байморатова.

Мөдир шулай уҡ бассейнды тергеҙеүгә булышлыҡ иткәне өсөн Сибай ҡала хакимиәте башлығы Азамат Юлдашбаевҡа, мәғариф бүлеге начальнигы Рушан Дияровҡа рәхмәт белдерҙе.

Балаларға бассейнда шөғөлләнеү өсөн бөтә уңайлы шарттар тыуҙырылған. Сисенеү урыны, душ кабинаһы бар, һыуға төшөр алдынан аяҡтарҙы һөртөү өсөн махсус балаҫтар түшәлгән, күнекмәләр яһау өсөн башҡа спорт инвентарҙары урынлаштырылған.

Балалар баҡсаһында бассейн эшләй башлауға кескәйҙәр генә түгел уларҙың ата-әсәләре лә ифрат ҡыуана.

-Булған бассейндың эшләп тороуы яҡшы инде ул. Бик уңайлы хатта, балаларҙы ҡайҙалыр ситкә йөҙөргә алып йөрөргә кәрәкмәй. Һыуҙа күнекмәләр уҙғарыу ҡыҙҙар-малайҙарҙың сәләмәтлек торошона ла яҡшы йоғонто яһай,--тине Айгөл Байрамғолова. Уның һүҙҙәрен икенсе әсә Әлфиә Зәйнәғәбдинова ла ҡеүәтләне:

--Бассейн эшләп китеүен түҙемһеҙлек менән көттөк. Балалар йөҙөү менән шөғөлләнһә буйға үҫә, һөйәктәре, нерв һәм иммун системалары нығына, аппетиттары, йоҡолары яҡшыра. Шулай уҡ инструкторҙың ҡыҙҙар-малайҙар менән шәхсән шөғөлләнеүе лә бик отошло.

Ата-әсәләр шулай уҡ балалар сәләмәтлеген ҡайғыртҡан ҡала етәкселегенә, балалар баҡсаһы мөдиренә һәм коллективына ҙур рәхмәтле.

Сәләмәтлекте нығытыу объекты "Демография" милли проектының "Спорт-йәшәү нормаһы" проектына ярашлы ремонтланған.

Бассейн эшләй башланы
Бассейн эшләй башланы
Бассейн эшләй башланы
Автор:Гульдар Кадаева