Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
14 Ноябрь 2023, 09:55

Матрайҙар спортҡа битараф түгел

Йылайыр районының Матрай ауылында яңы спорт майҙансығы барлыҡҡа килде. Күп функциялы майҙансыҡ спорт менән шөғөлләнеү өсөн дә ҡулайлы, волейбол, баскетбол буйынса ярыштар уҙғарыу мөмкинлеге лә бирә.

Матрайҙар спортҡа битараф түгел
Матрайҙар спортҡа битараф түгел

-Ҡәҙерле яҡташтар! Хөрмәтле ҡунаҡтар! Матрайҙа спорт майҙансығын асыу--оло мәртәбә. Спорт объекты Башҡортостан Башлығының «Тыуған ауылға спорт» гранты, “Мәғариф”милли проекты ярҙамында төҙөлдө. Шулай уҡ уны тормошҡа ашырыуға Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты, Берҙәм Рәсәй партияһының «Уңайлы спорт» проекты координаторы Фәрит Ғиндуллин, Башҡортостандың туристик индустрия төбәк союзы етәксеһе, яҡташыбыҙ Кинйә Күскилдин ҙур тырышлыҡ һалды,--тине Йылайыр районы хакимиәте башлығы Борис Мелкоедов, тыуған ауылында спорт объектын асыу тантанаһында.- Ваҡытында ошо мәктәпте тамамланым. Шуға ла уның элеккеһен һәм бөгөнһөгөн сағыштыра алам. Уҡыусылар өсөн шатмын, беҙ уҡығанда бындай уңайлы шарттар булманы. Спорт менән шөғөлләнергә, үҙеңде физик яҡтан формала тоторға, сәләмәт йәшәү рәүеше алып барырға кәрәк. Майҙансыҡты булдырыуға тос өлөш индергән һәр кемгә, шул иҫәптән төҙөүселәргә ҙур рәхмәт белдерәм.

Яңы ҡалҡып сыҡҡан объекттың эргәһендә генә хоккей ҡумтаһы ла урынлашҡан. Тиҙҙән көндәр һыуынып, боҙ туңдырылһа, балалар теләгән ерендә спорт менән шөғөлләнә ала. Ҡыҙҙар-малайҙарҙың күп ваҡытын компьютер артында түгел, саф һауала уҙғарыуы үҙе үк сәләмәтлектәрен нығыта.

Спорт майҙасығын асыу тантанаһында Башҡортостан Республикаһы волейбол федерацияһының башҡарма директоры, Рәсәй чемпионы, «Урал» волейбол клубының элекке уйынсыһы Сергей Кирпичников та ҡатнашты. Матрай уҡыусылары спортсы менән ихлас аралашты, үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирҙе. Сергей Кирпичников ҡыҙҙар-малайҙарҙы спортҡа битараф булмаҫҡа, тыуҙырылған уңайлы шарттарҙы мөмкин тиклем файҙаланырға саҡырып, волейбол, баскетбол туптары бүләк итте

Матрайҙар спортҡа битараф түгел
Матрайҙар спортҡа битараф түгел
Матрайҙар спортҡа битараф түгел
Матрайҙар спортҡа битараф түгел
Автор:Гульдар Кадаева