Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
8 Ноябрь 2023, 08:30

Тәрбиә бәләкәйҙән башлана

Беҙ—һуғыш ғәрәсәтен киноларҙан, китаптарҙан, документаль фильмдарҙан ғына ҡарап үҫкән быуынбыҙ. Беҙҙең ата-бабаларыбыҙ әллә нисә һуғышты үҙ иңендә татығын, шуға ла улар донъяла тыныслыҡ булһын, беҙ күргәнде киләсәк быуындар күрмәһен, тип теләне. Ҡыҙғанысҡа күрә, беҙгә лә, балаларыбыҙға тынысһыҙ заманда йәшәү һынауы бирелде: әле унда, әле бында яу ҡуба, халыҡ ҡырыла, иң ҡурҡынысы бер гонаһыҙ сабыйҙар ғүмере өҙөлә.

Тәрбиә бәләкәйҙән башлана
Тәрбиә бәләкәйҙән башлана

 

Тыуған илебеҙ сиктәре лә тыныс түгел, махсус хәрби операцияла яҡташтарыбыҙ именлекте тәьмин итә, батырҙарса көрәшә, һәләк була. Ир-егеттәребеҙ ҡыйыулығы менән алдыра, орден-миҙалдар яулай. Улар беҙгә өлгө, беҙҙең һаҡлаусы, яҡлаусы.

Сибай ҡалаһының “Аҡһылыу” балалар баҡсаһында патриотик тәрбиәгә айырым иғтибар бүленә. Шуныһы ҡыуаныслы: һуңғы йылдарҙа мәғариф системаһы әхлаҡи һәм кешелек ҡиммәттәренә таянып төҙөлә. «Мәғариф» милли проекты сиктәрендә патриотик тәрбиә тураһында федераль проект уңышлы эшләй. Балалар баҡсаһында Рәсәй, Башҡортостан гимндарын кес кенә балаларға ла өйрәтәбеҙ. Улар хәҙер гимн яңғырау менән аяғүрә баҫа һәм уң ҡулын йөрәге тапҡырына һала. Дәрестәрҙе Тыуған илгә ҡарата һөйөү тәрбиәләгән темаларға арнайбыҙ. Тыуған ил, тыуған ер төшөнсәләре мәғәнәһенә атай, әсәй, өләсәй,ҡартатай, беҙҙең яҡын кешеләребеҙ, ғөмүмән, барлыҡ тереклек донъяһы инә, тип аңлатабыҙ. Туған тел--тыуған ер, тыуған ил төшөнсәләренең төп мәғәнәһен бала аңына еткереүсе иң мөһим сара. Балаларҙа патриотик тәрбиә биреү туған телдән башҡа мөмкин түгел.

Уйынсыҡтарға һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү аша кешеләргә һәм башҡа тереклек эйәләренә мәрхәмәтлелек, кешелеклелек хистәре тәрбиәләйбеҙ. Балаларҙа хеҙмәткә ҡарата уңай мөнәсәбәт тыуҙырыу, хеҙмәт итеү, иптәштәренә, өлкәндәргә ярҙам итеү теләге уятыу ҙа бик мөһим. Шулай уҡ балалар менән илебеҙҙең тыныслығын һаҡлауға, был тыныслыҡты һаҡлаусы һалдаттар хеҙмәтенә бәйле һөйләшеүҙәр үткәрәбеҙ, уларҙа ҡыйыулыҡ, Тыуған илде һаҡлауға ынтылыш тәрбиәләргә тырышабыҙ. Кескәйҙәрҙе үҙ илебеҙҙең патриоттары итеп тәрбиәләүҙә матур әҙәбиәт әҫәрҙәрен уҡыу, патриотик темаға төрлө альбомдар, рәсемдәр ҡарау ҙа файҙа бирә.

Башҡортостанда йәшәүсе төрлө милләт халыҡтарының үҙҙәренә хас ғөрөф-ғәҙҙәттәре, мәҙәниәте, шул иҫәптән, башҡорт халҡының тормош-көнкүреш үҙенсәлектәре, милли кейемдәре, байрамдары һәм Республикабыҙҙың ижтимағи тормош ваҡиғалары, символикаһы менән даими таныштырабыҙ. Милләтебеҙҙең йолалары, халыҡ ижады, һынлы сәнғәте һәм архитектураһы, музыка сәнғәте менән таныштырып тороу ҙа тыуған илде яратыу хисе тәрбиәләргә булышлыҡ итә.

Айһылыу Хәлитова, “Аҡһылыу” балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе.

 

Автор:Гульдар Кадаева