Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
7 Ноябрь 2023, 09:25

Яратҡандар ҡауышһын!

10 ай эсендә Сибай ҡалаһының ЗАГС бүлегендә граждандар хәле тураһында 1823 акт теркәлгән , шул иҫәптән: 533 тыуыу тураһында таныҡлыҡ бирелгән, 328 никах теркәлгән, 98 акт атайлыҡты таныу,227 айырылышыу, 57 кеше исем-шәрифен, фамилияһын үҙгәртеүе, 580 кешенең үлеүе хаҡында акт яҙылған.

Яратҡандар ҡауышһын!
Яратҡандар ҡауышһын!


676 кеше тыуыу тураһында таныҡлыҡты яңынан юллаған, граждандар хәле акттары яҙмаһы хаҡында 1687 справка бирелгән.142 актҡа төҙәтмәләр индерелгән.
Судҡа, эске эштәр министрлығы бүлегенә, суд приставтары хеҙмәтенә һәм башҡа органдарға 1443 яуап ебәрелде. Барлыҡ эшмәкәрлек "Демография" милли проекты сиктәрендә алып барыла. 
-Тыуасаҡ Яңы 2024 йылға график төҙөп тә ҡуйҙыҡ. Кесаҙна беҙҙә санитар көн, был көндө халыҡты ҡабул итмәйбеҙ. Әммә киләһе йылдың матур даталары 04.04.2024, 06.06.2024, 08.08.2024, 10.10.2024, 12.12.2024 өйләнешергә теләүселәр уңайлыҡ тыуҙырып, ул көндәр кесаҙна булһа ла ишектәребеҙ асыҡ булыр. Кейәү һәм кәләш был даталарҙы дәүләт хеҙмәттәре порталы аша һайлап ҡуя ала, - ти ҡаланың ЗАГС бүлеге начальнигы Айгөл Бохарбаева.

Автор:Гульдар Кадаева