Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
30 Октябрь 2023, 13:15

Йылайыр гимназияһы Топ-5 исемлегендә!

Башҡортостан Республикаһының мәғариф министры Илдар Марат улы Мәүлитбирҙин республиканың иң яҡшы Топ-5-кә ингән милли гимназияларын атаны. Улар араһында Йылайыр районының Йылайыр ауылындағы Ш.Бабич исемендәге башҡорт гимназияһы булыуы ҡыуаныслы.

Йылайыр гимназияһы Топ-5 исемлегендә!
Йылайыр гимназияһы Топ-5 исемлегендә!

Башҡортостанда Полилингваль белем биреү буйынса халыҡ-ара форум уҙҙы.

Республика был йүнәлештә алдынғылар рәтендә, шуға ла форумды үткәреү урыны итеп Өфө һайланған. “Мәғариф” милли проекты сиктәрендә уҙғарылған сараға Рәсәйҙең 12 төбәгенән һәм төрлө илдәрҙән вәкилдәр йыйылды.

Мәртәбәле сарала Башҡортостан Республикаһының мәғариф министры Илдар Марат улы Мәүлитбирҙин республиканың иң яҡшы Топ-5-кә ингән милли гимназияларын атаны. Улар араһында Йылайыр районының Йылайыр ауылындағы Ш.Бабич исемендәге башҡорт гимназияһы булыуы ҡыуаныслы. Белем усағы сифатлы белем биреү, сығарылыш уҡыусыларының юғары уҡыу йорттарына уҡырға инеүе, Берҙәм дәүләт имтиханы һәм предмет олимпиадалары һөҙөмтәләренең яҡшы булыуы менән башҡаларҙан айырылып тора. Йылайыр гимназияһы Топ-5 исемлегенең “Ауыл мәктәптәре араһында иң яҡшы этномәҙәни дөйөм белем биреү ойошмаһы-2023” номинацияһында билдәләнде.

-Был уҡытыусыларҙың, уҡыусыларҙың, ата-әсәләрҙең дөйөм хеҙмәт емеше. Гимназия коллективын уңыштары менән ихлас ҡотлайым! Республиканың мәғариф министрлығы балалар уңайлы шарттарҙа уҡыһын өсөн белем усаҡтарында даими ярҙам күрһәтә: класс-кабинеттарҙы йыһазландыра, уҡытыу процесын камиллаштыра, белем биреүҙең сифатын күтәреү өҫтөндө ныҡлы эшләй. Бындай ҡараш булғанда яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшмәү яҙыҡ булыр ине,—тип яҙҙы үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Йылайыр районы хакимиәте башлығы Борис Мелкоедов.

 

Автор:Гульдар Кадаева