Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
11 Сентябрь 2023, 12:00

Белем усаҡтары яңыртыла

Баймаҡ районында мәғарифтың мәктәп системаһын модернизациялару федераль программаһына, “Мәғариф” милли проектына ярашлы бер нисә мәктәпкә капиталь ремонт уҙғарылды. Былтыр был программа буйынса Баймаҡ ҡалаһының 3-сө, Темәс ауылы мәктәптәре яңыртылһа, быйыл 4 белем усағы—Баймаҡтың 1-се мәктәбе, 4-се лицей, Ниғәмәт, Беренсе Төркмән ауылдары мәктәптәренә заманса төҫ бирелде.

Белем усаҡтары яңыртыла
Белем усаҡтары яңыртыла

Капиталь ремонт барышында мәктәптәрҙең бинаһы эске яҡтан да, тыштан да тулыһынса яңыртылды. Һыу тәьминәте системаһы, канализация, йылылыҡ торбалары, электр үткәргестәр—барыһы ла тулыһынса алмаштырылған. Уҡыу кабинеттары заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған, яңы парталар, мебель урынлаштырылған. Бынан тыш мәктәп яны биләмәһе лә төҙөкләндерелгән.

Ниғәмәт, Беренсе Төркмән ауылы уҡыусылары һәм ата-әсәләр күптән ремонт күрмәгән белем усаҡтарының бөтөнләй икенсе төҫ алыуына һөйөнөп бөтә алмай.

-Быйыл шулай уҡ «Мәғариф» милли проектының «Һәр баланың уңышы» проектына ярашлы Ҡолсора мәктәбенең спорт залы ремонтланды. Һуңғы 5-6 йылда төбәктә ошо проект сиктәрендә 11 белем усағының спорт залы яңыртылды,--тип белдерҙе социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Фәнис Әминев.

 

 

Белем усаҡтары яңыртыла
Белем усаҡтары яңыртыла
Автор:Гульдар Кадаева