Милли проекттар
6 Июля 2023, 04:35

Торлаҡлы булдылар

Сибай ҡала хакимиәтендә ата-әсә ҡарауынан иртә йәштә мәхрүм ҡалғандарға фатир асҡыстары тапшырылды. Был юлы 4 кешенең өлөшөнә ошондай бәхет тейҙе.

Добавить в предпочтительные источники Google
Торлаҡлы булдыларТорлаҡлы булдылар
Торлаҡлы булдылар

 

Сибайҙа 4 етемгә торлаҡ асҡыстары алып ҡыуанды. Оло тормошҡа аяҡ баҫыусы йәштәргә үҙ торлағың булыу ҙәр бәхет. Быға ҡәҙәр опекундар менән йәшәгән ҡыҙҙар-егеттәр хәҙер үҙ аллы тормош көтә башлаһа ла була. Әйткәндәй, бер нисәһенең үҙ ғаиләләре, балалары ла булыуы һөйөнөслө.

Был көндә етем балаларҙы бағып үҫтереүсе опекундарға  Рәхмәт хаттары тапшырылды. Улар тырышлығы, көсө менән етемдәр тормошта юғалып ҡалмаған.

-2023 йылға “Торлаҡ” милли пректына ярашлы ҡала ҡаҙнаһына етемдәргә һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалғандарға торлаҡ алыуға федераль һәм республика бюджетынан 22 миллион һум аҡса күскән. Әлеге көндә торлаҡ шарттарын яҡшыртыу исемлегендә 122 кеше иҫәптә тора, - ти опека һәм попечителлек бүлеге начальнигы Ирина Сидоренкова.

Торлаҡлы булдылар
Торлаҡлы булдылар
Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас