

-Белеүегеҙсә, бер бинала ике белем усағы--гимназия-интернат һәм 10-сы мәктәп урынлашҡан. Шуныһы ҡыуаныслы: ремонт эштәре тулыһынса бөтә бинаға эшләнә: ҡыйыҡ рәтләнде, тышҡы йөҙө матурлана, иҫке ағас тәҙрәләр пластикка яңыртыла, йылытыу һәм вентиляция системалары өлөшләтә алмаштырыла,--ти гимназия-интернат директоры Роза Бикбова.-Әлбиттә, беҙ күптән айырым яңы бина хаҡында хыялланабыҙ. Киләсәктә ул буласаҡ. Әммә уны көтөп беҙ булғанды ремонтламай булдыра алмайбыҙ, етмәһә, федераль программаға эләгеүебеҙ ҙур ҡаҙаныш булды. Был бинанан күсеп китһәк тә, уны матур килеш ҡалдырып китергә тейешбеҙ. Әйтергә кәрәк, эштәр графикка ярашлы бара, 120-нән ашыу тәҙрәнең 91-е алмаштырылған. Бинаның тыш яғында 800 квадрат метрында эш башҡарылған.
Әлеге көндә бында подрядсы ойошма--«Төҙөлөш корпорацияһы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең 25 эшсеһе алһыҙ-ялһыҙ эшләй. Улар 1 сентябргә белем усағына заманса төҫ биреп, тыштан да, эстән дә ялт иттереп ҡуйырға иҫәп тота.
Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк: «Мәғарифтың мәктәп системаларын модернизациялау» федераль программаһына ярашлы атҡарылған капиталь ремонт сиктәрендә белем усағына заманса уҡыу әсбаптары, оргтехника, мебель, дөйөм алғанда уҡыу кабинеттары өсөн кәрәкле заманса барлыҡ йыһаздар ҡайтарылған.
Тағы бер һөйөнөслө яңылыҡ: яңы уҡыу йылы башынан гимназия-интернат яңы статуста--полилингваль мәктәп булараҡ эшләй башлаясаҡ.
Гөлдәр Ҡадаева.