АТАЙСАЛ
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Милли проекттар
19 Июнь 2023, 05:35

Сибай педагогия колледжы йәштәрҙе уҡырға саҡыра

Иғтибар! Быйыл Сибай педагогия колледжы беренсе тапҡыр “Мәктәпкәсә йәштәге балаларға махсус белем һәм тәрбиә биреү” специальносына студенттар йыя. Был бүлекте тамамлаусылар үҫеше тотҡарланған, үҫеше һаҡланған мәктәпкәсә йәштәге балаларға белем һәм тәрбиә биреү тәрбиәсеһе квалификацияһын аласаҡ.

Сибай  педагогия колледжы йәштәрҙе уҡырға саҡыраСибай  педагогия колледжы йәштәрҙе уҡырға саҡыра
Сибай педагогия колледжы йәштәрҙе уҡырға саҡыра

Беҙҙең әңгәмә

Сибай ҡалаһының педагогия колледжына 1963 йылда нигеҙ һалынған. Быйыл ҡалаға ғына түгел, тотош Урал аръяғына, республикаға башланғыс кластар, музыка, физик культура, сит телдәр, технология уҡытыусылары, балалар баҡсалары өсөн тәрбиәселәр әҙерләгән уҡыу йорто быйыл үҙенең 60 йыллыҡ юбилейын билдәләй. Мөһим датаны колледж коллективы ниндәй уңыштар менән ҡаршылай? Яңы уҡыу йылына ниндәй бүлектәргә абитуриенттар ҡабул итә? Ошо һорауҙарға яуап алыр, белем усағының йәшәү һулышын тулыраҡ тойоу өсөн Бәҙри Мәмбәтҡолов исемендәге Сибай педагогия колледжы директоры Илһам Илдар улы Рысбаев менән әңгәмә ҡорҙоҡ.

-Тамамланыуға барған уҡыу йылына йомғаҡ яһағанда ниндәй сағыу сараларҙы айырып әйтеп үтер инегеҙ?

-Быйылғы уҡыу йылы сараларға бик бай булды. Күптәргә ул оло еңеүҙәр килтерҙе, ҡуйылған маҡсаттарға ирешеү өсөн мөһим аҙымдар яһарға ярҙам итте, "Мәғариф" милли проектына ярашлы бик күп эштәр атҡарҙыҡ. Студентыбыҙ Камила Йәркәева “Профессионалдар” милли чемпионатының төбәк этабында “Балаларға һәм өлкәндәргә өҫтәмә белем биреү” компетенцияһында бронза миҙал яуланы. Фәриҙә Йәноҙаҡ ҡыҙы Байрамғолова, Гүзәл Әсхәт ҡыҙы Сушкова етәкләгән мәктәп бүлеге студенттары командаһы Стәрлетамаҡта һөнәри оҫталыҡ буйынса үткән IХ Республика студенттар конкурсында беренсе дәрәжәле дипломға лайыҡ булды.

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлнара Мөхәррәм ҡыҙы Шәкирова әҙерләгән студенттар республика һәм ҡала конкурстарында бик күп еңеүҙәргә өлгәште. Физик культура бүлегенең тәжрибәле уҡытыусыларының эшмәкәрлеген айырып әйтеп үтер инем. Уларҙың спортҡа һөйөү тәрбиәләүе, йәштәрҙе сәләмәт йәшәү рәүешенә ылыҡтырыуы Маҡтау грамоталары һәм кубоктар һанын даими арттыра. Колледжыбыҙ студенттары ғына түгел, уҡытыусылары ла спорт ярыштарында бер кемгә лә ал бирмәй.

Уҡыу йорто педагогтары грант эшмәкәрлегенә айырым иғтибар бүлә. Мәҫәлән, 2022 йылда ҡаланың инвалидтар ойошмаһы рәйесе Миңза Латипова етәкселегендә “Яңы ваҡыт” проектын тормошҡа ашырҙыҡ. Һөҙөмтәлә был эш президент гранты конкурсында еңде. Уны тормошҡа ашырыуға информатика бүлеге студенттары шөғөлләнгән “Яңы ваҡыт” ирекмәндәр клубы ҙур тырышлыҡ һалды. Былтыр шулай уҡ 3 программа—“Эш производствоһы”, “Физик культура, спорт һәм фитнес”, “Бәләкәс кластарҙа уҡытыу”ҙы берләштергән “Карьера оҙатыуы” федераль проекты өҫтөндө ентекле эшләнек. Уның сиктәрендә тәжрибәле уҡытыусылар ҡаланың һәм Урал аръяғы райондарының эшһеҙ граждандарына һөнәри әҙерлек курстары ойошторҙо. Яңы уҡыу йылында иһә был юҫыҡта эште дауам итеп “Профессионалитет”, “Мәшғүлеккә булышлыҡ итеү”, “Киләсәккә билет” федераль проектарында ҡатнашырға иҫәп тотабыҙ.

-Быйыл абитуриенттарҙы ниндәй бүлектәргә уҡырға ҡабул итәһегеҙ?

-Төбәктә даими уҙғарылып торған статистик тикшеренеүҙәр педагогик кадрҙарға ҡытлыҡ булыуын күрһәтә. Хеҙмәт баҙарында мәктәпкәсә йәштәге балаларға белем һәм тәрбиә биреү, башланғыс кластар, физик культура уҡытыусылары етешмәй. Информатика бүлеге ҙур популярлыҡ менән ҡуллана. Был бүлектә веб һәм мультимедиа ҡушымталары эшкәртеүселәрҙе әҙерләйҙәр. Быйыл беҙ беренсе тапҡыр “Мәктәпкәсә йәштәге балаларға махсус белем һәм тәрбиә биреү” специальносына студенттар йыябыҙ. Был бүлекте тамамлаусылар үҫеше тотҡарланған, үҫеше һаҡланған мәктәпкәсә йәштәге балаларға белем һәм тәрбиә биреү тәрбиәсеһе квалификацияһын аласаҡ.

Уҡыу йортона 9-сы, 11-се класты тамамлаусы ҡыҙҙар-егеттәрҙе саҡырабыҙ. Колледжға уҡырға иенеү өсөн абитуриенттарға Төп һәм Берҙәм дәүләт имтихандары һөҙөмтәдәрен күрһәтеү мотлаҡ түгел. 9-сы йәки 11-се класты тамамлау тураһында аттестат һәм ғариза яҙыу ҙа етә. Беренсе курсҡа һайлап алыу конкурсында аттестаттың уртаса балы иҫәпкә алына. Документтарҙы 15 июндән алып 15 авгусҡа ҡәҙәр ҡабул итәбеҙ. 16 августа ҡабул итеү имтихандары—талап ителгән специальностәр буйынса ижади һәм спорт һынауҙары башлана. Шуны әйтеп үтеү зарур: колледжда белем алыу бюджет нигеҙендә атҡарыла. Уҡыу ваҡыты 3 йылда 10 ай.

-Уҡыу йортонда студенттар ниндәй шарттар тыуҙырылған? Матди база ҡәнәғәтләнерлекме?

-Матди-техник база–уҡыу йорто тулы ҡеүәтенә эшләһен өсөн иң кәрәкле шарт. Шуға күрә уны мөмкин тиклеү һаҡлау һәм яңыртыу белем биреү процесының төп шарттарының береһе.

Әлеге ваҡытта был тәңгәлдә ныҡлы эшләйбеҙ. Компьютер кластары, спорт, тренажер һәм бейеү залдары, спорт майҙансыҡтары булдырылған. Колледж “Знаниум” китапханалар системаһына тоташҡан. Былтыр бәләкәй кластарҙы уҡытыу һәм мәктәпкәсә йәштәге балаларға белем һәм тәрбиә биреү компетенциялары буйынса демонстратив имтихан уҙғарыу өсөн майҙансыҡты аккредитация үткәрҙек. 150-нән ашыу сығарылыш студенттары экперттар алдында үҙ компетенцияларын һәм юғары һөнәри оҫталыҡтарын раҫланы. Һынауҙар заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған кабинеттарҙа уҙғарыла.

-Ҡыҙҙар-егеттәр дәрестәрҙән тыш ваҡыттарын нисек уҙғара?

-Студенттарҙың буш ваҡыттарын мөмкин тиклем файҙалы уҙғарырға тырышабыҙ. Йәштәр “Йөрәк ҡушыуы буйынса” ирекмәндәр отрядында бик теләп шөғөлләнә. Улар уҡыу йорто тормошонда ғына түгел, ҡала сараларының уртаһында ҡайнай. Өлөшләтә мобилизацияға эләккән яҡташтарыбыҙға гуманитар ярҙам йыйыуҙа булышлыҡ итәләр, окоп шәме акцияһында ҡатнашалар, маскировка селтәре үрәләр, һалдаттарға хат яҙалар.

Спорт секциялары бик күп. Баскетбол, волейбол, атыу, саңғыла йөрөү, теннис, шахмат һәм башҡа секциялар барыһы ла бушлай һәм унда теләгән кеше шөғөлләнә ала.

“Аҡйондоҙ” халыҡ бейеү ансабле--уҡыу йортобоҙҙоң йөҙөк ҡашы. Республика бейеү конкурстары лауреаты булған бейеү коллективын Сибайҙа ғына түгел, унан ситтә лә яҡшы беләләр. Былтыр ансамбль халыҡ исемен раҫланы. Әле ижади коллективты Айһылыу Юныс Әминева етәкләй.

Йәштәр тормошон төрлө байрам саралары биҙәй. Йыл да уҙғарылған “Таланттар алышы”, “Студентлыҡҡа бағышлау” кеүек конкурстарҙы ҡыҙҙар-егеттәр көтөп ала. Быйыл беренсе тапҡыр “Йыл студенты” ярышы ойошторҙоҡ. Унда информатика бүлегенең 3-сө курс студенты Даниил Осипов еңде. Даниил шулай уҡ Студент яҙы республика конкурсының “Медиа” йүнәлешендә беренсе урын яуланы. “Геройҙар уҙышы”нда икенсе урынға өлгәште. Патриотик тәрбиәгә айырым иғтибар бүленгән мәлдә хәрбиҙәр менән осрашыуҙар үтте. Яугир-интернационалистар Рәсүл Аманов, Булат Шәкиров, махсус хәрби операциялағы ир-егеттәрҙең дини остазы Хәмзә Хафизов менән осрашыу һәр кемдә тыуған илгә һөйөүен арттырҙы. Мәҙәни сараларға иһә йәштәр Пушкин картаһы ҡулланып йөрөй. Әйткәндәй, Пушкин картаһы--бик уңайлы һәм шәп уйланылған проект.

-Бөтә сығарылыш студенттары ла һөнәре буйынса эшкә урынлаша аламы?

-Эшкә урынлашыу, әлбиттә, бик сетерекле мәсьәлә. Уҡыу йортонда сығарылыш студенттарын эшкә урынлаштырыуға булышлыҡ итеү үҙәге эшләп килә. Бында эшкә урынлашыуҙың бөтә нескәлектәре өйрәтелә: иң беренсе нәүбәттә резюме төҙөү, эш биреүселәргә күрһәтеү өсөн портфолио өҫтөндә эшләйҙәр. Шулай уҡ халыҡ мәшғүллеге үҙәге, Урал аръяғы райондары хакимиәттәренең мәғариф бүлеге вәкилдәре ҡатнашлығында “Старт, карьера!” төбәк форумы уҙғарыла. Бөгөнгө көндә уҡыу йортон тамамлаусыларҙың 60 проценты һөнәре буйынса эш таба.

-Уҡыу йортоноң педагогик коллективы тураһында нимә әйтерһегеҙ?

-Коллектив берҙәм һәм татыу. Араларында атҡаҙанған маҡтаулы исемдәрен йөрөткәндәр, Рәсәй Федерацияһының мәғариф алдынғылары бихисап. Улар остаз булараҡ, йәштәрҙе үҙҙәренең артынан эйәртә. Хаҡлы ялдағы ветерандарыбыҙҙы ҙур ихтирам менән иҫкә алабыҙ. Беҙҙә белем алыуҙан тыш, уҡытыусылар практикаға айырым баҫым яһай. Студенттар 2-се курстан ҡаланың мәғариф учреждениеларына йөрөй башлай: баланың мәктәптәге тәүге көндәре, дәрес биреп ҡарау, инструктив лагерь кеүек практик саралар буласаҡ педагогтарҙы һөнәрҙәренең нескәлектәрен тойорға, уларҙы тиҙерәк үҙләштерергә ярҙам итә.

 

-Әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт!

 

Гөлдәр Ҡадаева әңгәмәште.

📚БЕСПЛАТНОЕ СРЕДНЕЕ ПРОФЕССИОНАЛЬНОЕ ОБРАЗОВАНИЕ — это реальность! 🏃🏼‍♀🏃🏼

🎓ГБПОУ Сибайский педагогический колледж имени Бадри Мужавировича Мамбеткулова проводит набор:

📖ОЧНАЯ ФОРМА

 

☑Преподавание в начальных классах (учитель начальных классов)

50 БЮДЖЕТНЫХ МЕСТ

☑Дошкольное образование (воспитатель детей дошкольного возраста) 25 БЮДЖЕТНЫХ МЕСТ

☑Специальное дошкольное образование (воспитатель детей дошкольного возраста с отклонениями в развитии и с сохранным развитием) 25 БЮДЖЕТНЫХ МЕСТ

☑Информационные системы и программирование (разработчик веб и мультимедийных приложений) 25 БЮДЖЕТНЫХ МЕСТ

☑Физическая культура (учитель физической культуры)

25 БЮДЖЕТНЫХ МЕСТ

 

❗ВСТУПИТЕЛЬНЫЕ ИСПЫТАНИЯ:

✅собеседование

✅тестирование

 

❗СРОКИ ОБУЧЕНИЯ:

3 года 10 месяцев

 

Почему именно мы?

 

- Аккредитованные специальности

- Очная, заочная форма обучения

- Практика во время учёбы и гарантированное трудоустройство

- Коллектив опытных и высококвалифицированных преподавателей

- Весёлая и дружная атмосфера!

 

Делай правильный выбор!

💻Пиши

abit@sibped.ru

📱Звони! +7(347-75)5-93-70

Сибай  педагогия колледжы йәштәрҙе уҡырға саҡыра
Сибай педагогия колледжы йәштәрҙе уҡырға саҡыра
Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас