Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
19 Август 2022, 09:25

Булғандың ҡәҙерен беләйек!

“Сибай ҡалаһының “Терра Урал аръяғы” паркында барған төҙөлөш эштәре менән таныштым. Мәҙниәт һәм ял паркы “Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” милли проектына ярашлы төҙөкләндерелә. Әлеге ваҡытта бында йәйелдерелгән эштәрҙең өсөнсө этабы тамамланыуға бара. 1961 йылда барлыҡҡа килгән йәмәғәт урыны күптән яңыртыуҙы талап итә ине. Хәҙер бында йәше лә, ҡарты рәхәтләнеп ял итә ала. Әммә тыуҙырылған матурлыҡҡа ҡул һоноусылар ҙа юҡ түгел.

Булғандың ҡәҙерен беләйек!
Булғандың ҡәҙерен беләйек!

Хөрмәтле сибайҙар! Күп көс һәм сығымдар түгеп булдырған уңайлы шарттарҙы балаларыбыҙ һәм ейәндәребеҙ өсөн һаҡлайыҡ!“– тип мөрәжәғәт итте Сибай ҡала хакимиәте башлығы Азамат Юлдашбаев.

Булғандың ҡәҙерен беләйек!
Булғандың ҡәҙерен беләйек!
Автор:Гульдар Кадаева