Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
15 Июнь 2022, 08:10

Сибайҙар сәйәхәт итә

Хаҡлы ялда булыусылар башлыса баҡса үҫтерә, ҡул эштәре менән булыша. Ғүмерҙең был осорон эш эшләп түгел, күңел һәм сәләмәтлек торошоңдо ҡайғыртып уҙғарыу яҡшы. Әйтәйек “Башҡорт оҙон ғүмерлелеге” программаһына ярашлы сәйәхәт итеү отошло. Быйыл мәҫәлән ошо программа сиктәрендә республикабыҙҙың 10 мең пенсионеры бушлай сәйәхәткә итә ала.  

Сибайҙар сәйәхәт итә
Сибайҙар сәйәхәт итә

Башҡортостанда хаҡлы ялдағылар өсөн «Башҡорт оҙон ғүмерлелеге. Туризм» проектына 2020 йылдың сентябрендә тормошҡа ашырыла башланы. Ул Башҡортостан биләмәһендә урынлашҡан туристик объекттар буйлап бушлай бер көнлөк сәфәргә сығыуҙы күҙ уңында тота һәм проектта ҡатнашыусыларҙы тыуған яҡ «ынйылары», мәҙәни мираҫ менән таныштырырға мөмкинлек бирә.
Әлеге көндә бер нисә йүнәлеш буйынса экскурсияларҙы һайларға була.

Проектта ҡатын-ҡыҙҙарға – 55, ә ир-аттарға 60 йәштән башлап ҡатнашырға мөмкин.
Бушлай экскурсияға барыу өсөн «Башҡорт оҙон ғүмерлеге. Туризм» сайтында теркәлергә кәрәк.  ”Демография” милли проектына ярашлы ойошторолған әүҙем сәфәр республика бюджеты иҫәбенә үткәрелә. Күптән түгел Сибайҙың оло йәштәге кешеләре Бөрйән районындағы Шүлгәнташ мәмерйәһенә сәфәр ҡылды. Һуңғы ике йылда был ҡалалаштарҙың өсөнсө сәйәхәте булды.

*

 

Автор:Гульдар Кадаева