АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
21 Апрель 2022, 11:00

Һәләтле балалар күп

19 апрелдә Сибайҙа “Урал аръяғы тауышы. Балалар” шоу-проектының өсөнсө миҙгеле старт алды. Вокаль ярыштың беренсе этабы булараҡ уҙғарылған һуҡыр тыңлауҙарҙа остаздар үҙҙәренә артабан эшләү өсөн команда тупланы. Алда ҡыҙҙар-малайҙарҙы вокаль көрәш көтә, унан ярым финал уҙғарыла.

Һәләтле балалар күп
Һәләтле балалар күп

Төбәктең һәләтле балаларын асыҡлау өсөн ойошторолған шоу-проект йылда уңышлы үтә. Вокаль көрәшкә быйыл ғына ҡушылғандар ҙа, йыл һайын сығыш яһағандар ҙа күп. Ундар сәхнәлә үҙҙәрен ышаныслы тота, алып барыусыларҙың, остаздарҙың һорауҙарына ҡыйыу яуап бирә.  

Шоу-проекттың балалар категорияһында 7 йәштән алып 15 йәшкәсә балалар һынау тота. Был юлғы “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә уҙғарылған вокаль конкурсҡа 50-нән ашыу ғариза ҡабул ителде. Ярыш һәр ваҡыттағыса 4 этаптан тора. Шуларҙың беренсеһе “Мир” йәштәр йортонда уҙғарылды.

Өс йыл дауамында ҡалабыҙҙа уҙғарылып килгән шоу-проект республикабыҙҙың мәҙәни тормошонда сағыу сара булып танылды. Үҙенсәлекле вокаль конкурстың йылдан-йыл географияһы киңәйә. Быйыл юлы ла Әбйәлил, Баймаҡ, Йылайыр, Хәйбулла, Күгәрсен райондарынан, күрше Силәбе өлкәһенең Магнитогорск ҡалаһынан, Ҡыҙыл районынан һәләтле балалар үҙ һәләттәрен һынап ҡараны. Миҙгелдең остаздары ла яңырҙы. Быйыл вокалистар менән Семён Мурзиков, Айым Рәхимова, Илнур Рамаҙанов һәм Лина Күлбулдина шөғөлләнә.

Вокаль ярыштың бөтә этаптарын да Сибай телевидениеһы, Сәләм республика каналы һәм социаль селтәрҙәр аша тура эфирҙа ҡарап була. Әйткәндәй 27 апрелгә ҡәҙәр үҙегеҙгә оҡшаған һәләтле бала өсөн смс-тауыш биреү бара. Шоу-проект еңеүсеһенә 50 мең һум аҡса тапшырыласаҡ.

 

Һәләтле балалар күп
Һәләтле балалар күп
Һәләтле балалар күп
Һәләтле балалар күп
Автор:Гульдар Кадаева