«Хеҙмәт эшмәкәрлеге һәм мәшғүллеккә булышлыҡ итеү» милли проекты һәм Һөнәри белемде модернизациялау һәм лайыҡлы хеҙмәт шарттары йылы сиктәрендә уҙғарылған ярышта малайҙар бирелгән һыҙма буйынса тәҙрә яғы эшләп ярышты. Конкурстың эксперттары—Вордлдскилстың “Йәш һөнәрмәндәр” төбәк чемпионатының балта оҫтаһы компетенцияһы буйынса призеры Никита Шитов һәм колледжда балта оҫтаһы һөнәрен үҙләштереүсе Владимир Подоплелов, уҡыу йортононоң балта оҫталары әҙерләү буйынса уҡытыусыһы Айбулат Урал улы Исхаҡов һәр эште ентекле тикшерҙе. Һөҙөмтәлә 1-се мәктәп уҡыусыһы Марат Сәләхов беренсе урын яуланы. Икенсе урынға 7-се мәктәптән Рамаҙан Дәүләтов сыҡты. Өсөнсө урын 6-сы мәктәптән Данил Зеркинға бирелде. Ярыш еңеүселәре һәм унда ҡатнашыусылар дипломдар һәм ҡиммәтле приздар менән бүләкләнде. Малайҙарҙы конкурсҡа әҙерләгән уҡытыусыларға Рәхмәт хаттары тапшырылды.
Илнур Йәнекәйев, 7-се мәктәп уҡытыусыһы.