АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
23 Март 2022, 12:55

Кубок хужаларҙа

Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейында 2007 йылда һәм унан һуң тыуған малайҙар араһында волейбол буйынса ҡала беренселеге ойошторолдо. Быйыл беренсе тапҡыр үҫмерҙәр Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге күсмә кубок өсөн көс һынашты.

Кубок хужаларҙа
Кубок хужаларҙа

Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейында рухлы, халҡым, телем тип янған балалар белем ала. Улар шулай уҡ сәләмәт йәшәү рәүешенә өҫтөнлөк бирә, төрлө спорт сараларында әүҙем ҡатнаша. Быйыл белем усағында тәүге тапҡыр Рамаҙан Өмөтбаев иҫтәләгенә бағышлап волейбол буйынса ҡала беренселеге уҙғарылды. Матур башланғыс алған бындай ярыш йыл һайын уҙғарылып, Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге күсмә кубок еңеүселәргә күсеп йөрөйәсәк. Беренсе ярышта Сибай гимназия интернаты, башҡорт лицейы, гимназия, 5-се, 6-сы, 8-се мәктәп, “Ирәндек” лицейы һәм Баймаҡ районының Иҫке Сибай мәктәбе волейболсылары көс һынашты. Һөҙөмтәлә 1-се урынды майҙан хужалары – Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейы командаһы бер кемгә лә бирмәне. Икенсе урынға гимназия командаһы лайыҡ булды. Өсөнсө урынға Сибай гимназия-интернаты спортсылары сыҡты. Шулай итеп күсмә кубок быйылға лицейҙа ҡалды.

Автор:Гульдар Кадаева