Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
10 Март 2022, 09:15

Уҡытыусылар ярышты

Хәйбулла районының Бүребай урта мәктәбендә “Мәғариф” милли проекты сиктәрендә уҙғарылған “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы-2022 “ бәйгеһенең муниципаль этабына тантаналы рәүештә йомғаҡ яһалды. Районда 27-се тапҡыр уҙғарылған был бәйге үҙ эшенең оҫтаһы булған, телебеҙ яҙмышына ихтирам менән ҡараған, уны ҡулланыу даирәһен киңәйтеүгә ҙур өлөш индергән, ә иң мөһиме – балалар күңелендә осҡон уята алған уҡытыусыларҙы табыу маҡсатында ойошторола. Заман уҡытыусыһы, үҙе белемле булыуҙан тыш, уҡытҡан балаларын да фәнни үрҙәргә, яңы ҡаҙаныштарға әйҙәргә тейеш. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы иңендә иһә икеләтә яуаплылыҡ ята. Унан компьютер технологияларын, заманса технологияларҙы яҡшы белеү генә түгел, аң-зиһен яҡтылығы, рухи ныҡлыҡ та талап ителә.

Уҡытыусылар ярышты
Уҡытыусылар ярышты

Ябай булмаған бәйге шарттарында бар оҫталығын, һәләтен эшкә егеп, алдынғы педагогтарҙы баһаларға мәғариф идаралығы етәксеһе, методик бүлек мөдире, методистар, ошо бәйгелә үткән йылдарҙа ҡатнашып еңеү яулағандар, профсоюз ойошмаһы вәкилдәре йәлеп ителде.
Бәйге 3 турҙан торҙо:
1. Дәрес күрһәтеү.
2. “Оҫталыҡ класы”.
3. “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы менән пресс-конференция”.
Күптән инде матур йолаға әүерелгән “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы –2022” бәйгеһендә Оло-Әбеш урта мәктәбенең намыҫын яҡлап башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Хунафина Гөлфиә Ғилмитдин ҡыҙы ҡатнашты. ”Милли традициялар нигеҙендә шәхес тәрбиәләү” номинацияһы Бүребай урта мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы Байдәүләтова Хәлиҙә Хәлил ҡыҙына тапшырылды. Быйыл Мәмбәт урта мәктәбендә тәү тапҡыр эш башлаған башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Рәсембәтова Айзилә Илшат ҡыҙы, йәш уҡытыусылар араһында, призер исеменә лайыҡ булды. Шулай уҡ 1-се һанлы Аҡъяр урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Ишбулатова Гөлшат Иштимер ҡыҙы бәйгенең төп призеры, ә Ивановка урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Абдуллина Айгөл Хәжиғәле ҡыҙы бәйгенең еңеүсеһе тип билдәләнде.
Ғөмүмән, педагогтарҙың үҙ һөнәренең дәрәжәһен күтәреүсе абруйлы бәйгелә ҡатнашыуҙары – үҙе үк ҙур мәртәбә. Башҡаларҙың эш тәжрибәһе менән танышып, яңы идеялар алып, илһамланып ҡайтҡан һәләтле, дәртле, тос фекерле уҡытыусылар үҙ дәрестәрендә балаларҙы башҡорт телен һәм әҙәбиәтен өйрәнеүҙең кәрәклегенә инандыра алыр.

Хәйбулла районының мәғариф бүлеге төркөмөнән.

Уҡытыусылар ярышты
Уҡытыусылар ярышты
Автор:Гульдар Кадаева