Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
8 Март 2022, 22:25

Таусылар төйәге--һаулыҡ һаҡлау үҙәге

Сибай үҙәк ҡала дауаханаһының баш табибы Радик Нәҙерғолов белдереүенсә, һуңғы йылдарҙа республика Башлығы Радий Хәбировтың ярҙамы менән медицина учреждениеһына ҙур ярҙам күрһәтелә.

Таусылар төйәге--һаулыҡ һаҡлау үҙәге
Таусылар төйәге--һаулыҡ һаҡлау үҙәге

Дауахана заманса медицина ҡорамалдары, аппараттар менән тәьмин ителә, "Ашығыс ярҙам" машиналары бирелә, әле килеп, ҡалала ҡыҫҡа ваҡыт эсендә яңы юғары технологиялы медицина үҙәге төҙөлөп килә.

"Радий Фәрит улы республикаға етәкселек итә башлағандың тәүге көндәренән үк беҙҙең көньяҡ-көнсығыш төбәккә ҙур иғтибар бирә. Бигерәк тә һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә күҙгә күренгән ыңғай үҙгәрештәр булды. Бөгөн Сибай ҡалаһы тотош Урал аръяғының ҡеүәтле медицина үҙәгенә әүерелде, тиһәк тә хата булмаҫ. Бер айҙан беҙҙә йәнә заман талаптарына яуап биргән, бар уңайлыҡтарға эйә яңы ковид-госпиталь, йәғни инфекция дауаханаһы сафҡа инәсәк. Бөгөн Радий Фәрит улы уның төҙөлөшө менән шәхсән танышып, эш барышынан ҡәнәғәт булыуын белдерҙе.

Бында инфекция ауырыуҙары, терапия, эске сирҙәр, лаборатор диагностикалау йүнәлештәре буйынса медицина ярҙамы күрһәтеү ҡаралған. Шуныһы әһәмиәтле: яңы дауахана бар Урал аръяғы халҡын хеҙмәтләндерәсәк. Бында бөтәһе 248 кешегә эш урыны буласаҡ. Шулай уҡ бар шарттар тыуҙырылған учреждение йәш белгестәр менән дә тулыланыр тигән ышаныстабыҙ.

Тотош Урал аръяғы халҡының сәләмәтлеген ҡайғыртып, Сибай ҡалаһында ҡыҫҡа ваҡыт эсендә ҡеүәтле һәм заманса дауахана төҙөргә тос ярҙам күрһәткәндәре өсөн республика етәкселегенә, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировҡа ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ", - тине Радик Буранбай улы.

Билдәле булыуынса, бөгөн тотош республикала һаулыҡ һаҡлау тармағы үҫеш кисерә, яңы һулыш ала. Бындай алға китеш тәү сиратта тап Башҡортостан етәксеһенең ҡәтғи талаптары, заманса ҡарашы менән бәйле. Республика Башлығының һаулыҡ һаҡлау тармағына көн һайын мөһим иғтибар биреүенең аныҡ һөҙөмтәһе был.

Автор:Гульдар Кадаева