Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
28 Февраль 2022, 10:05

Уңған ғаилә – ил күрке

«Урал аръяғының иң шәп 100 ғаиләһе» конкурсы еңеүселәре Рәфҡәт һәм Земфира Ғиләжевтар 4 бала тәрбиәләп үҫтерә. Улар Хәйбулла районының Йәнтеш ауылында дәүләт ярҙамы алып ике ҡатлы, ҙур һәм иркен  йорт һалып ингән. Барлыҡ заманса уңайлыҡтар булдырылған  йорт әллә ҡайҙан балҡып, ауылға йәм өҫтәй.

Уңған ғаилә – ил күрке
Уңған ғаилә – ил күрке

-Былтыр февраль айында «Торлаҡ» милли проектына ярашлы дәүләт ярҙамы алып, ике ҡатлы йорт төҙөп индек. Торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға сиратҡа 2012 йылда торғайныҡ, оҙаҡ ҡына көттөк. Шуға ҡарамаҫтан, ярҙам алыуға ҡыуанабыҙ, сөнки бөгөнгө заманда үҙ көсөң менән йорт төҙөү ауырға тура килә. Балалар үҫә уларға айырым бүлмәләр ҙә кәрәк. Шуға күрә ике ҡатлы итеп төҙөргә ҡарар иттек. Барлыҡ заманса уңайлыҡтар булдырҙыҡ. Йылы иҙән, һыу, ванна һәм башҡа уңайлыҡтар бар, - ти Земфира Ғиләжева.

 

Автор:Разиля Байгускарова

Фото Хәйбулла хәбәрҙәре төркөмөнән.

Автор:Гульдар Кадаева