АТАЙСАЛ
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
24 Февраль 2022, 23:15

Эш һанда түгел

Йылдың икеләргә бай түңәрәк датаһы ғашиҡтар араһында бик популяр. Был көн шишәмбегә тура килһә лә, республикала 400-гә яҡын пар рәсми рәүештә никахтарын теркәне. Сибай ҡалаһында 22 февралдә нисә ғаилә барлыҡҡа килеүен беҙҙең ижади төркөм асыҡланы.

Эш һанда түгел
Эш һанда түгел

Быйылғы февраль 2 һаны ҡабатланған матур даталарға бай, Ғашиҡтар көнө лә билдәләнде. Әммә кеше бер-береһен яратһа, улар өсөн һәр көн байрам булырға тейеш. Күптәр ҡыҙыҡ, тамаша эҙләй. ЗАГС бүлектәре иһә башҡарма властың дәүләт органы булараҡ,  никахты рәсми теркәй, кейәү, кәләш был аҙымды ныҡлы уйлап яһай, киләсәктә бер ғаилә булырға үҙ өҫтөнә яуаплылыҡ ала. Шуға ла был тәңгәлдә ҡыҙыҡ эҙләү урынһыҙ, ти бүлек белгестәре.

 

Никахлашырға теләүселәрҙең йәшенә килгәндә, улар 16 йәштәрен тултырған булырға тейеш. Унан йәшерәктәрҙең никахы теркәлмәй. Максималь йәш күләме закон тарафынан сикләнмәгән. Әлбиттә, кәләш кейәүҙән өлкән, киреһенсә булған осраҡтар була, әммә улар никахтарын теркәргә теләй икән, бер ниндәй ҙә ҡаршылыҡ күрһәтелмәй. Йәш арауығы, дини айырма, милләт, гражданлығы төрлө булһа ла ЗАГС хеҙмәткәрҙәре үҙ бурысын тейешле кимәлдә үтәй.

Айгөл Бохарбаева билдәләүенсә, никахтың ныҡлы булыуы һандар теҙмәһенә түгел, бер-береңде аңлап, ихтирам итеп йәшәүгә бәйле. Матур датала ҡауышҡан парҙар матур донъя көтһөн, илебеҙҙең ҡеүәтен арттырып, үҙҙәре кеүек матур сабыйҙар тапһын. Бергә-бергә татыу йәшәүҙең асылы шунда. ЗАГС бүлегендә барлыҡ эштәр ҙә “Демография” милли проектына ярашлы алып барыла.

Автор:Гульдар Кадаева