

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, уҙған йыл аҙағында предприятие янында ҡар өҫтө һары төҫкә инеүгә, ҡырҡыу еҫкә күптәр зарланғанлыҡтын, Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы Рөстәм Афзалов талабы буйынса заводтың киптереү ҡорамалдары эшмәкәрлеген туҡтатҡайны. Әлеге ваҡытта унда элекке фильтрҙар таҙаланған, шулай уҡ өҫтәмә таҙартыу ҡоролмалары ла урынлаштырылған. Быраулау реагенттары заводы тулы ҡеүәтенә эшләп тора, уның эшмәкәрлеген күҙәтеү органдары ҡаты күҙәтеү аҫтында тота. Күптән түгел предприятиеға Силәбе өлкәһенең Миәс ҡалаһынан бер төркөм белгестәр саҡырылды. Завод етәкселеге менән осрашыуҙа белгестәр лигносульфанатты киптереүсе ҡорамалдарҙың эшен яҡшыртыу тураһында һүҙ алып барҙы. Артабан улар производство цехында булып, киләсәктә “Экология” милли проекты сиктәрендә урынлаштырыласаҡ яңы һыу фильтрҙары проекттары өсөн кәрәкле үлсәмдәр систе.
--Яңы технологиялар саң һым газдарҙы таҙартыуға булышлыҡ итәсәк. Әле саҡырылған белгестәр бөтә нәмәне үлсәй һәм уның буйынса һыҙмалар һыҙа, проекттар, экспертиза һығымталарын әҙерләй. Таҙартыу ҡорамалдары һауаға сығарылған газдарҙы юҡ итеүгә көйләнгән. Бынан тыш, еҫкә ҡаршы ла берәй көрәш сараһын күрәсәкбеҙ, -- “УралПромСервис” йәмғиәтенең баш инженеры Михаил Миногин
Һүҙ алып барылған яңы һыу фильтры киптереү ҡорамалдарының береһенә яҡын арала уҡ ҡуйыласаҡ. Киләһе аҙнала етәкселек һәм саҡырылған белгестәр араһында килешеү төҙөлгәс тә уны ҡороуға әҙерлек башланасаҡ. Был тәңгәлдә эштәр тамамланһа, киптереү ҡоролмаһының икенсе сираты ла яңыртыласаҡ. Бында ла ошондай уҡ агрегат урын аласаҡ.
--Сибай ҡалаһына килеүебеҙҙең төп маҡсаты – завод ҡорамалдарының торошон баһалау, шулай уҡ эшләп торған таҙартыу ҡоролмаларының эшмәкәрлеген яҡшыртыу өсөн махсус саң таҙартыусы фильтрҙар урынлаштырыу. Беҙҙеңсә был иң оптималь вариант, -- Миәс ҡалаһының “СпецТехноМаш” фирмаһы директоры Александр Князев
Әлеге мәлдә заводта эшләп торған киптереү ҡорамалдарының фильтрҙарына өҫтәмә таҙартыу ҡоролмалары ҡуйылған. Яҡын арала сафҡа инәсәк яңы һыу фильтрҙары иһә саңдың, газдың әле һауаға ташланған миҡдарын күпкә аҙайтасаҡ.