АТАЙСАЛ
+17 °С
Облачно
Антитеррор
Милли проекттар
14 Февраля 2022, 12:45

КҮПЕР РЕМОНТҠА ЯБЫЛА

1 марттан күпер ремонтҡа ябылып, ремонт-монтаж эштәре ике йылдан артыҡ дауам итәсәк.

КҮПЕР РЕМОНТҠА ЯБЫЛАКҮПЕР РЕМОНТҠА ЯБЫЛА
КҮПЕР РЕМОНТҠА ЯБЫЛА

2022 йылдың 1 мартынан Өфөлә 1956 йылда Ағиҙел йылғаһы аша төҙөлгән аркалы автомобиль күперен реконструкциялай башлайҙар. Был хаҡта оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хәбәр итте. Ремонт эштәре ике йылдан артыҡ дауам итәсәк.

- Халыҡ етди проблемалар менән осрашырға тейеш түгел. Шул уҡ ваҡытта тарихи күперҙе реконструкциялау һәм ҡаланан сығыу юлында юл хәрәкәтен ойоштороу тураһында өфөләргә ентекләп һөйләү бик мөһим,--ти Радий Хәбиров.—Бынан тыш, Көньяҡ ҡапҡалар транспорт проектын ғәмәлгә ашырыу сәбәпле, 2022 йылдың икенсе кварталында Пугачев урамында хәрәкәтте сикләйәсәкбеҙ.

Төҙөлөш-монтаж эштәре терәктәрҙе нығытыуҙы һәм күпер ҡоролмаларын алыштырыуҙы күҙ уңында тота. Проект буйынса Дәүләт экспертизаһының уңай баһаламаһы бар, конкурс процедуралары һөҙөмтәһе буйынса подрядсы ойошма билдәле. Уның менән яҡын көндәрҙә муниципаль контракт төҙөләсәк.

Төҙөү-монтаж ваҡытында автотранспорт хәрәкәте схемаһы үҙгәрәсәк. 1991 йылда төҙөлгән күперҙәге хәрәкәт полосаларының һаны реверсив светафор менән көйләнәсәк. Күпер төҙөүселәр билдәләп үткәнсә хәрәкәттең бындай схемаһы булғанда ҡыйынлыҡтар килеп сығырға тейеш түгел.

Аркалы күперҙе капиталь ремонтлау Өфө ҡалаһына нигеҙ һалыныуҙың 450 йыллығына объекттар исемлегенә индерелгән. Барлыҡ саралар комплексы теүелләнгәндән һуң ҡаланан Көньяҡҡа сығыу һәм ул яҡлап Өфөгә инеү йүнәлешендә 11 хәрәкәт полосаһы эшләйәсәк.

 

 

 

 

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас