АТАЙСАЛ
+14 °С
Облачно
Антитеррор
Милли проекттар
14 Февраля 2022, 06:00

Ғашиҡтар, һеҙгә өндәшәм...

“14 фералдә донъяла Ғашиҡтар көнөн билдәләнә. Минеңсә кеше бер-береһен яратһа, улар өсөн һәр көн байрам. Тап ошо датаға килгәндә, дүшәмбе дәүләт комитетының ЗАГС бүлектәре ял итә. Әммә бер нисә бүлектә эшләйҙәр, сөнки был көндө йәштәр никахлашырға теләк белдергән, --ти  Сибай ҡалаһының ЗАГС бүлеге мөдире Айгөл Бохарбаева.

Ғашиҡтар, һеҙгә өндәшәм...Ғашиҡтар, һеҙгә өндәшәм...
Ғашиҡтар, һеҙгә өндәшәм...

Статистик мәғлүмәттәргә күҙ һалһаҡ, былтыр Ғашиҡтар көнө йәкшембегә тура килгән, 2020 йылда иһә республикала бик күп парҙар йәрәшкән. Беҙҙең Сибай ҡалаһы бүлегендә ул йылда 4 яңы ғаилә барлыҡҡа килгәйне.

Күп осраҡта минән,туйҙарҙа ҡыҙыҡлы, үҙенсәлекле хәлдәр булдымы тип һорайҙар. Был хаҡта тамадалар ғына һөйләй алалыр ул. ЗАГС бүлектәре иһә башҡарма властың дәүләт органы булараҡ, беҙ никахты рәсми теркәй, кейәү, кәләш был аҙымды ныҡлы уйлап яһай, киләсәктә бер ғаилә булырға үҙ өҫтөнә яуаплылыҡ ала. Шуға ла был тәңгәлдә ҡыҙыҡ эҙләү, минеңсә урынһыҙ.

Никахлашырға теләүселәрҙең йәшенә килгәндә, улар 16 йәштәрен тултырған булырға тейеш. Унан йәшерәктәрҙең никахы теркәлмәй. Максималь йәш күләме закон тарафынан сикләнмәгән.

Әлбиттә, кәләш кейәүҙән өлкән, киреһенсә булған осраҡтар була, әммә улар никахтарын теркәргә теләй икән, бер ниндәй ҙә ҡаршылыҡ күрһәтмәйбеҙ.

Йәш арауығы, дини айырма, милләт, гражданлығы төрлө булһа беҙ үҙ бурысыбыҙҙы тейешле кимәлдә үтәйбеҙ.

Һәр ЗАГС бүлеге йәштәрҙең никахын теркәүҙе тантаналы үткәрергә тырыша. Кемдер фольклор ҡулланып, артистар саҡырып, сараны иҫтә ҡалырлыҡ итеп үткәрә. Әммә һуңғы ике йылда коронавирус инфекцияһы таралыу сәбәпле, сикләүҙәр индерелде, никахты рәсми теркәү сараһында 10 ғына ҡунаҡ ҡатнаша.

Был сикләүҙәрҙең ҡасанда бөтөрөнә һәм ишегебеҙ һәр кемгә асылырына ышанабыҙ.

Ҡауышыу булғас, айырылышыуҙар ҙа йәнәш йөрөй. 143-сө федераль законға ярашлы, никахты юҡҡа сығарыуҙың үҙ тәртибе лә бар. Беренсенән, ир менән ҡатын законлы көсөнә ингән суд ҡарары, икенсенән бәлиғ булмаған йәштә балалары булмаған ғаилә ағзалары, ир йәки ҡатын ғаризаһы нигеҙендә айырылыша.

80-90 процент осраҡта беҙгә ҡулдарында айырылышыу тураһында суд ҡарары булыусылар никахтарын туҡтатыу тураһында актты теркәтеп, танытма алырға килә. Бында иһә ғаиләне һаҡлап алып ҡалыу тураһында һүҙ ҡуҙғатһаң, төрлө хәлдәргә тарыуың ихтимал. Шуға күрә айырылышыусылар менән йыш әңгәмәләшәһегеҙме тигән һорауға, йыш түгел, тип яуап бирәм. Үрҙә әйтеүемсә, беҙгә судта айырылышып киләләр, ғаиләне тергеҙеү өсөн уны ҡабаттан теркәргә кәрәк.  Әйткәндәй, ундай ғаиләләр ҙә юҡ түгел.

“Демография” милли проекты сиктәрендә юбиляр ғаиләләргә килгәндә, бергә-бергә 50, 60, 70, 75 йыл йәшәүселәр был хаҡта беҙгә белгертергә тейеш. Йәғни, оҙаҡ йылдар йәшәгән ғаилә парынан ғариза булыуы мотлаҡ. Юбиляр парҙарҙы ҡотлау указы 2004 йылда ғәмәлгә инде, шул мәлдән алып матур парҙарҙарға иҫтәлекле бүләк һәм республика Башлығының ҡотлау адресы тапшырыла.

Гәүһәр туйҙарын билдәләүселәр алтыны уңайынан ҡотлағандарын иҫләй һәм беҙгә мөрәжәғәт итә. Күптәр гәзиттән, интернет селтәре аша уҡып, телевидениенан ҡарап белә.

Барығыҙҙы ла Ғашиҡтар көнө менән ҡотлайым! Бәхет, һаулыҡ, именлек , шатлыҡ, изгелектәр теләйем!

Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас