Милли проекттар
4 Февраля 2022, 10:15

“Батарейка тапшыр—терпене ҡотҡар!”

Сибай ҡаланың Островский, 30 адресында урынлашҡан “Ғаилә” үҙәгендә батарейка йыйыу мөйөшө булдырылды. Үҙәк хеҙмәткәрҙәре ҡалалаштарҙы “Экология” милли проектына ярашлы ойошторолған “Батарейка тапшыр—терпене ҡотҡар!” экологик акцияһына дәррәү ҡушылып, сафтан сыҡҡан батарейкаларҙы сүплеккә ташламай, үҙәктең махсус мөйөшөнә алып килергә өндәй.

“Батарейка тапшыр—терпене ҡотҡар!”“Батарейка тапшыр—терпене ҡотҡар!”
“Батарейка тапшыр—терпене ҡотҡар!”

--Сүплеккә ырғытылған бер генә батарейка ауыр тимер ҡалдыҡтары менән 400 литр һыуҙы, 20 квадрат метр ерҙе зарарлай. 400 литр һыуҙы 5 литрҙан 80 шешәгә ҡойһалар, 4 кешенән торған ғаиләгә ике йыл йыл ҡулланыуға етә торған запас. Ә урман биләмәһендә был миҡдарҙағы һыу бер нисә ағасҡа, ҡыр хайуандарына һәм бөжәктәргә тереклек итергә көс бирә. Батарейкаларҙа төрлө металдар--терегөмөш, никель, кадмий, свинец, литий, марганец һәм цинк тере организмда, шул иҫәптән кешелә йыйыла һәм һаулыҡҡа зыян килтерә,--ти “Ғаилә” үҙәге белгесе Ксения Ғүмәрова.

 

“Батарейка тапшыр—терпене ҡотҡар!”
“Батарейка тапшыр—терпене ҡотҡар!”
Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас