Милли проекттар
31 Января 2022, 06:25

Конкурста еңеп сыҡтылар

Баймаҡ районында "Йыл уҡытыусыһы - 2022" конкурсы муниципаль этабы һәм "Уҡытыусы-дефектолог" район конкурсы еңеүселәре бүләкләнде.

Конкурста еңеп сыҡтыларКонкурста еңеп сыҡтылар
Конкурста еңеп сыҡтылар

“Мәғариф” милли проекты сиктәрендә уҙғарылған "Йыл уҡытыусыһы - 2022" конкурсы муниципаль этабында Баймаҡ лицей-интернатынан физика уҡытыусыһы Ләлә Ишкинина, "Уҡытыусы-дефектолог" район конкурсында "Толпар" балалар баҡсаһынан уҡытыусы-логопед Гөлсәсәк Туйҡанова еңеүсе булды.
Еңеүселәрҙе ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ, эшегеҙҙә уңыштар һәм яңынан-яңы ҡаҙаныштар теләйбеҙ!
"Йыл уҡытыусыһы" на район исеменән республика конкурсында лайыҡлы сығыш яһарға булһын!

Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас