+13 °С
Ясно


Институт етәкселеге һәм уҡытыусылар коллективы ҡыҙҙар-егеттәргә уҡыуҙарында һәр яҡлап ярҙам күрһәтә. Уларҙың һәр ҡайһыһы тормошта үҙ юлын табып, эшкә урынлашып, илебеҙҙең лайыҡлы шәхестәре булып китеүҙәрен теләй.
Йәшлек – ул үҙе бер ҡанатлы мәл. Ә студент саҡ ул иң күңелле саҡ. Әрмелә булыусылар тормош мәктәбен үтә тиһәләр, студент булыусылар ысын йәшлекте татый. Белем эстәп, һөнәр алып, төрлөһө төрлө яҡҡа таралғас та был йәштәр беҙҙе Сибай институты таныштырҙы, дуҫлаштырҙы тип әйтерлек булһын