Милли проекттар
17 Января 2022, 06:10

Һимеҙлек яҡшыға илтмәй

Республикала тән ауырлыҡтары ҙур балаларҙың күп булыуы сәбәпле, “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы мәктәп ашханаларында туҡланыу менюһын үҙгәртәсәктәр.

Һимеҙлек яҡшыға илтмәйҺимеҙлек яҡшыға илтмәй
Һимеҙлек яҡшыға илтмәй

Бындай ҡарар ҡабул итеүгә уҡыусыларҙың һимереүе һәм улар араһында эндокрин ауырыуҙарҙың күбәйеүе сәбәпсе булған.

Роспотребнадзор белешмәләре буйынса төбәктә йод һәм башҡа микроэлементтар етмәүе ҡалҡан биҙе проблемаһына килтерә. Ошо сир һимереүгә илтә лә инде. Йод дефицитын профилактикалау маҡсатында идаралыҡ рационғды витамин һәм микроэлементтар менән байытырға тәҡдим итә. Бынан тыш балаларға витаминлы эсемлектәр биреү ҙә күҙаллана.

Республика сауҙа министрлығы был тәҡдимде хуплай һәм уны яйлап тормошҡа ашырырға тәҡдим итә. Власть вәкилдәре эште күрһәткестәр насар төбәктәрҙән башларға итә. Атап әйткәндә Сибай, Күмертау, Мәсетле, Ҡыйғы, Мәләүез, Туймазы, Балаҡатай, Асҡын, Өфө, Белорет тарафтарында был тәңгәлдә хәлдәр яҡшынан түгел. Ошонан сығып балалар баҡсалары һәм мәктәптәрҙе йод менән байытылған һөт ризыҡтары һәм икмәк-булочка изделиелары менән тәьмин итәсәктәр. Программала ҡатнашасаҡ учреждениеларҙың исемлеге ғинуар аҙағына ҡәҙәр билдәле буласаҡ.

Социаль туҡланыу идаралығына 1-4 класс уҡыусылары өсөн ике аҙналыҡ яңыртылған меню төҙөү бурысы ҡуйылды. Һаулыҡ һаҡлау министрлығы балаларҙың һаулығы торошона мониторинг уҙғарыуы программаның файҙаһын баһалау мөмкинлеген бирәсәк.

Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас