АТАЙСАЛ
+23 °С
Облачно
Антитеррор
Милли проекттар
9 Января 2022, 04:50

Тормош дауам итә

2021 йылда Сибай ҡалаһының ЗАГС бүлегендә 730 бала тыуыуы тураһында акт теркәлгән. Был һан 2020 йыл менән сағыштырғанда 35 актҡа күберәк. 403 йәш ғаилә барлыҡҡа килгән. Был һан иһә 96 осраҡҡа артҡан. 48 кеше исем-шәрифен үҙгәрткән (16-ға күберәк). 298 ғаилә тарҡалған, был һан да ҡыҙғанысҡа күрә, 68 осраҡҡа өҫтәлгән. Ҡалала 890 кеше мәрхүм булған, 2020 йылға ҡарағанда үлеүселәр һаны 54-кә кәм. #нацпроекттар#миллипроекттар#демография

Тормош дауам итәТормош дауам итә
Тормош дауам итә

ЗАГС бүлеге начальнигы Айгөл Бохарбаева билдәләүенсә, урында «Демография» милли проектына ярашлы күп эштәр атҡарыла: түңәрәк һан аҫтында теркәлгән балаларға, ғаилә парҙарына махсус бүләктәр тапшырыла, 50,60,70,75 йыл бергә йәшәгән оло йәштәгеләр тәбрикләнә. Бүлектең архивы электрон рәүешкә тулыһынса күсерелгән. Был хәлде күпкә еңелләштерә. 

#нацпроекттар#миллипроекттар#демография

Тормош дауам итә
Тормош дауам итә
Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас