

--Рөстәм Әхмәткәрим улы, күҙ асып йомғансы тағы бер йыл уҙып та китте. Был осор ниндәй иҫтәлекле мәлдәре менән һеҙҙең күңелегеҙгә уйылды? Ҡалала нимәләр эшләнде? Ғорурланырлыҡ һөҙөмтәләр бармы? Тағы нимәләр өҫтөндә эшләйһе бар?
--Йыл еңелдән булманы, һаманға ҡәҙәр дауам иткән пандемияның тормошобоҙға йоғонтоһо һиҙелә. Шулай ҙа 9 айлыҡ эшмәкәрлегебеҙ һөҙөмтәләренә күҙ һалһаҡ, сәнәғәттә, демографик торошта, төҙөләштә үҫеш бар. Күп ҡатлы йорттар һалынмаһа ла, шәхси өйҙәр сафҡа инә, был иһә халыҡтың ергә ерегеүен күрһәтә. Һуңғы 3 йылда тәүге тапҡыр күрһәткестәрҙең ыңғай булыуы ҡыуандыра. Дөйөм хеҙмәтебеҙҙең һөҙөмтәһе был. Ҡалала бәләкәй эшҡыуарлыҡ объекттары күбәйә, тимәк беҙ уларға ярҙамды дөрөҫ күрһәтәбеҙ. Яңы шәхси предприятиелар асылып ҡына ҡалмай, яңы объекттар төҙөлә. Хатта төҙөлөш өсөн бүлеп бирергә буш ерҙәр ҙә ҡалманы тиерлек.
--Йылдың иң сағыу ваҡиғаһын әйтеп китегеҙ әле.
--Филармония асылыу. Уны тергеҙеү оҙаҡҡа һуҙылды, төҙөүселәр эшен бер башланы, бер ташланы, финанс мәсьәләһе ауыр хәл ителде. Уны төҙөп бөтөү беҙҙең өсөн оло ҡаҙаныш. Ҡалалаштар араһында уҙғарылған һорау алыуҙарҙан күренеүенсә, филармония бинаһы һәр кем өсөн тарихи урын, ҡала тормошо тап уның менән бәйле. Ул Урал аръяғында иң ҙур мәҙәниәт усағы булһа, республикала өсөнсө урынды биләй. Матди-техник йыһазландырыу йәһәтенән икенсе урында тора.
--Ә нимәләр эшләп өлгөрмәнегеҙ?
--Күп нәмәләр хәл ителмәүе борсой. Был тәңгәлдә эште дауам итеп, осона сығырға тырышасаҡбыҙ. Мине ҡасабаларҙағы коммуникациялар борсой. Ҡыҙғанысҡа күрә, һыу, газ, электр энергияһы менән тәьмин итеү буйынса проекттарҙы республика финанслауынан тыш хәл итеп булмай. Бындай киҫкен мәсьәләләр башҡа муниципалитеттарҙа ла бар. Шуға ла бюджет аҡсаһы килеп етеүен көтөргә генә ҡала. Төнъяҡ ҡасабаһына муниципалитет иҫәбенә һыу үткәрҙек. Унда хәҙер һыу бар, әммә һәр йорт хужаһының һыу үткәргескә тоташыу мөмкинлеге юҡ. Ошо проблема миңә тынғылыҡ бирмәй. Рәсәй Президенты Владимир Путин Газпром йәмғиәте менән берлектә ҡасабаларға бушлай газ үткәреү программаһын ҡабул итеп яҡшы эшләне. Күптәр газ селтәренә тоташты. Төнъяҡ ҡасабаһына газ торбалары һуҙыу проекты әҙер, киләһе йыл ошо тәңгәлдә эш башланһа бик арыу булыр ине.
--Ҡаланың Коммунистар урамындағы ике яңы йорттоң төҙөлөшө оҙаҡҡа һуҙылды. Милекселәр ҡасан фатирҙарына күсә алыр икән?
--Башта ундай йорттар дүртәү ине. Икәүһен—18-се һәм 20-се өйҙәрҙе сафҡа индереү беҙҙең оло еңеү булды. Хәҙер 22-се һәм 24-се йорттар сиратта тора. 24-се йортта 14 фатир төҙөлөштә өлөшләтә ҡатнашыу шарты менән һалынған. Йәғни, ошо торлаҡ хужаларын алданған өлөшсөләр иҫәбен индерергә була һәм беҙ улар менән тығыҙ бәйләнеш булдырғанбыҙ. Йорттар ҡулланыуға тапшырыуға юғары әҙерлекле, әммә төҙөлөштө алып барыусының эште урын еренә еткереп ҡуйыуға аҡсаһы етмәйерәк тора. Яҡын арала бөтә етешһеҙлектәр бөтөрөлөрөнә шик юҡ.
--Сибайҙар теге йәки был мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ҡатнашамы? Йәмәғәт урындарын төҙөкләндергәндә халыҡтың һүҙе иҫәпкә алынамы?
--Сибай урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһында иң әүҙем ҡатнашҡан муниципалитеттарҙың береһе. Был тәңгәлдә беҙ республикала тәүге өсәү рәтендәбеҙ. Ошо арҡала ҡалаға йыл да 40-50 миллион һум өҫтәмә аҡса килә. Был иһә юлдар, яңы ҡоролмалар, балалар баҡсаларын, мәктәптәрҙе төҙөкләндереү, яңы заманса ҡорамалдар тигән һүҙ. Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы аша мәғариф учреждениеларының иҫке ағас тәҙрәләрен пластикка алмаштырып бөтөп барабыҙ. Яңы тәҙрәләр йылылыҡты тота, бинаға яңы төҫ, йәм бирә. Был тәңгәлдә ҡалалаштарға ҙур рәхмәтлемен. Сармат ҡасабаһын ғына алайыҡ. Ул урында иң йәше булһа ла ул иң төҙөгө. Сөнки бында йәшәүселәр инициатива күрһәтә. Юл мәсьәләһен хәл итеү икенсе өлкәне төҙөкләндереү зарурлығын асыҡлай. Киләһе йыл асфальт юлды Балыҡсылар йорто-2 ҡасабаһына ҡәҙәр һуҙырға иҫәп тотабыҙ. Унда йәмәғәт транспорты йөрөй башлаясаҡ. Мәктәп маршруты өҫтөндә эшләгәндә иртәнсәк автобустың йүнәлешен асыҡланыҡ. Яңы маршрут туҡталышы Интернациональ тыҡрығын төҙөкләндерергә мәжбүр итте. Әле был урам юлы тигеҙ асфальт япмалы, тротуар, йәйәүлеләр өсөн үткәүлектәр бар, яҡтылыҡ үткәрелгән. Шулай итеп автобус маршруты башҡа тармаҡты төҙөкләндереүгә этәрҙе. Ошо була инде Радий Фәрит улы йыш ҡабатлаған эште комплекслы алым менән башҡарыу.
--Ленин урамы быйыл ныҡ үҙгәрҙе. Суйын ҡоймалар алып ташланды, юлдар рәтләнде.
--Суйын ҡоймалар ныҡ иҫкерҙе. Йәнә хәҙер донъяла биләмәләрҙе кәртәләү тигән нәмә юҡ. “Мэрға 100 кәңәш” китабы авторы, блогер-урбанист Илья Варламовтан һабаҡ алырға тура килде. Ул Мәскәүҙә ҡала биләмәләрен нисек үҙгәртеүҙәрен һөйләне. Кешеләр парктағы клумбаны тапап үҙенә йөрөү өсөн уңайлы һуҡмаҡ һалып бөткән. Етәкселек шунда клумбаны дүрткә бүлеп йәйәүлеләр өсөн юл яһай. Шулай итеп кеше аяҡтары ҡайһылай уңайлы булыуын күрһәтә. Мин дә тыуған ҡаламды уңайлы итеп күргем килә, бөгөн аллея, скверҙағы үҙгәрештәр тап шул уңайлылыҡҡа ынтылыш та инде. Бейек бордюрҙарҙы алыу юлдарҙы киңәйтте. Яҡтылыҡты йәшел биләмәләргә борҙоҡ. Скверҙарҙы хәҙер төндә үтеү хәүефле түгел. Киләһе йыл урамдарҙы яҡтыртыу комплекслы программаһына эләгергә иҫәп тотабыҙ. Ул ваҡытта ҡала урамдарын бер стилдәге яҡтыртыҡыстар биҙәйәсәк.
--Булғанды емереүселәр ҙә осрап тора бит әле. Вандализмға ҡаршы нисек көрәшәһегеҙ?
--Минең үҙ алымым бар. Ҡала пляжын төҙөкләндергәс, автомобилдәр йылға ярына ҡәҙәр үтмәһен өсөн ҡойма ҡуйҙыҡ. Уны көндә емереп торҙолар. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ етәксеһенә ҡойманы алып ташлаған һайын кире тергеҙеп торорға ҡуштым. Бер көндө уны емереүҙән туҡтанылар. Кешеләр тирә-йүнгә битараф булмаһын ине. Боҙоусыларҙы күрәләр икән, тыйһындар, шелтәләһендәр. Яуаплылыҡҡа тарттырыу ҙа ҡарала. 13 декабрҙән “Терра Урал аръяғы” паркындағы видеокүҙәтеү яҙмалары эске эштәр министрлығы бүлегенә автоматик рәүештә тура ебәрелә башланы. Полиция ундағы һәр хәрәкәтте күреп, белеп тора. Ҡалала Берҙәм диспетчер дежур хеҙмәте эшләй, унда һәр видеокүҙәтеү камераларынан яҙмалар ебәрелә. Киләсәктә беҙ хеҙмәттәрҙе берләштереп муниципалитет менән идара итеү үҙәге булдырырға иҫәп тотабыҙ.
--“Терра Урал аръяғы” паркы яңырҙы ла ул, Маяковский паркында үҙгәрештәр булырмы?
--Ҡала менән барлыҡҡа килгән паркты иң беренсе сираттаға төҙөкләндерергә уйлағайныҡ. Уны оҫталар скверы итеп, төбәгебеҙҙә түшәлеп ятҡан йәшмә ташын бөтә матурлығында сағылдырырға уй бар ине. Әммә сибайҙар Балалар ижады үҙәге урынлашҡан паркты төҙөкләндереү инициативаһын яҡлап сыҡты. Һәм был дөрөҫ тә. Әле паркта бик күп эш эшләнде, әммә тағы ла шуның сама эшләйһе лә бар. Күл, йәмәғәт туҡланыу урындары һәм башҡалар хасил буласаҡ.
--Зәки Вәлиди һәйкәле торған биләмәлә нимә буласаҡ? Һәйкәл кире урынына ҡайтырмы?
--Унда яңы заманса сквер була. Һәйкәлде урынлаштырыу буйынса ике проект бар. Беренсеһе--урынында ҡала, икенсеһе күп тармаҡлы профессиональ колледж алдына күсерелә.
--Сибайҙар Чайковский урамы осондағы Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәйгә ҡушылыуының 450 йыллығына бағышланған стела дөрөҫ урынға ҡуйылмауын белгертә.
--Мин дә шул фекерҙә. Һәйкәлдең урыны хәүефле, бала-сағалар инеп-сығып йөрөй, автомобилдәр үтә. Был хаҡта уйларға кәрәк.
--Ҡалала ковид госпитале төҙөлә башланы. Күптәр унда нисек эшкә барырға тип ҡыҙыҡһына.
--Иң беренсе нәүбәттә республика етәкселегенә беҙҙең ҡалаға һәм Урал аръяғына айырым иғтибар бүлгәндәре өсөн ҙур рәхмәт белдерәм. Ҡалабыҙҙа бындай ҡеүәтле медицина учреждениеһы үткән быуаттың 90-сы йылдарында төҙөлгән. Ул--беҙҙең үҙәк дауахана. Госпиталь менән бергә беҙ заманса диагностика техникаһы аласаҡбыҙ, ул ваҡытта әлеге кеүек Өфө, Магнитогорск ҡалалары дауаханаларына йөрөп дауаланыу кәрәк булмаясаҡ. Эш буйынса объект янында урынлашҡан “Урал компанияһы” генераль подрядсыһы вагончигына мөрәжәғәт итергә мөмкин.
--Иҫегеҙҙә ҡалған иң ҡыҙыҡлы осрашыу кем менән булды?
--Йозеф Ласселсбергер менәндер, моғайын. Ул Сибайҙа тау тоҡомдарын етештереү буйынса күләмле проектты тормошҡа ашыра. Предприятие Худолаз ятҡылығының эзбизташ табыу буйынса комплексын һатып алды. Бында киләсәктә Башҡорт сода компанияһы өсөн сеймал сығарыласаҡ тип күҙаллана. Урындағы ҡаҙнаға һалым киләсәк. Быйыл инвестор йәмәғәт биләмәләрен төҙөкләндереүгә үҙ өлөшөн дә индерҙе: төҙөлөштә ныҡ кәрәкле саң менән тәьмин итте.
--Ҡалабыҙҙы тотоп торған тау сәнәғәте предприятиеһының хәле нисек?
--Ер аҫтынан файҙалы ҡаҙылмалар сығарылмай. Шулай ҙа Байыҡтырыу фабрикаһы мәғдән эшкәртеүен дауам итә. Әлеге ваҡытта фабрика 125 процент сеймал эшкәртә, 800 кешегә эш урыны булдырылған. Күптәр УГМК-холдинг подразделениеларында эшләүен дауам итә. Беҙҙең бурыс—был тармаҡҡа инвесторҙар йәлеп итеү. Сибайҙы үҫтереү өсөн бөтә шарттар ҙа бар. Төбәкте Ырымбур яҡтары менән тоташтырыусы тимер юлын төҙөү күҙаллана.
--Төйәләҫ ҡасабаһына юл һалынырмы?
--Әҙерлек бара. Ҡасабаның бөтә урамдарына ла ҡырсынташ түшәнек. Хәҙер автобус маршруты бөтә урамдарҙы ла урай. Юл япмаһы әҙер, РАИПП-ҡа заявка бирелгән, республика Хөкүмәте ҡарары бар, халыҡтың мөрәжәғәте лә күптән әҙер. Әлегә мәсьәлә ҡарала, бында ике муниципалитет ҡатнаша.Аҡса күсһә, ҡасабаға илткән юлды ғына түгел, ҡасаба эсендәге урамдарға ла асфальт йәйелһә бик яҡшы булыр ине.
--Ҡаланың иң проблемалы урындары ҡайҙа?
--Иҫке йорттарҙа. Улар бөгөн ҡалала 55 иҫәпләнә. Тағы ла бер тапҡыр иҫке һәм авария хәлендәге йортарҙан яңыларына күсеү программаһына инмәйенсә был тәңгәлдә алға китеш булмаясаҡ.
--Командағыҙҙың эшен нисек баһалайһығыҙ?
--Беҙ барыбыҙ ҙа ҡалалаштарға йәшәү өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыр өсөн тырышабыҙ. Һәр хеҙмәткәргә рәхмәтлемен. Маҡсатҡа күмәкләп ынтылыуыбыҙ оҡшай.
--Ҡалалаштарға әйтер теләктәрегеҙ.
--Яңы йыл тик яңы уңыштар, шатлыҡ-ҡыуаныстар алып килһен! Ғаилә именлеге, ҡот-бәрәкәт, сәләмәтлек теләйем!
Гөлдәр Ҡадаева әңгәмәләште.