Милли проекттар
24 Декабря 2021, 03:40

Сир бер кемде лә аямай

Һәр шишәмбе һәм йома 11.00-12.00 сәғәттәрҙә Сибай бала табыу йортоноң ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһында эшләтергә мөмкин. Шулай уҡ ҡала поликлиникаһында ла уны һәр кемгә яһайҙар. Прививканан түгел, сирҙең эҙемтәләренән ҡурҡырға кәрәк. Билдәле булыуынса, коронавирус менән сирләгәндәр тромбоз барлыҡҡа килеүҙән вафат була. Йөклө ҡатын менән бала араһындағы плацентала ла әллә күпме ҡан тамырҙары бар. Шулар аша сабыйға кислород, үҫеш өсөн кәрәкле матдәләр бара. Буласаҡ әсә сир йоҡтороп ошо ҡан юлдары тығылһа, бала тонсоға. Ошонан сығып та йөклөлөгө 22 аҙнанан үткән һәр йөклө ҡатын-ҡыҙ прививка яһатырға тейешле. Ғөмүмән, ауырлы ҡатын эргәһендә булған һәр ғаилә ағзаһы прививка ҡаҙатырға бурыслы. Әле буласаҡ әсәләр прививка яһата, әммә күптәр уның мөһимлеген аңламай.

Сир бер кемде лә аямайСир бер кемде лә аямай
Сир бер кемде лә аямай

Оҙайлы яңы йыл каникулы алдынан Сибай үҙәк дауаханаһы баш табибының педиатрия ярҙамы буйынса урынбаҫары Фирүзә Аҡбулатова менән әңгәмә ҡорҙоҡ. Һүҙ барышында шулай уҡ коронавирусҡа ҡаршы вакцинация мәсьәләһе лә ҡуҙғатылды.

Фирүзә Хәлил ҡыҙы, балалар, бала табыусы ҡатын-ҡыҙҙар менән эшләгән белгес булараҡ әйтегеҙ әле, мәкерле сиргә ҡаршы вакцинаның ҡатындарҙың бала табыу функцияһына зарар килтереүе ихтималмы?

--Юҡ, әлбиттә. Киреһенсә, әсә булырға теләгән һәр гүзәл зат үҙенең һәм сабыйының сәләмәтлеген хәүеф аҫтына ҡуймай мотлаҡ прививка яһатырға тейеш.

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы “Спутник V” вакцинаһын йөклө ҡатындарға прививка яһау өсөн рөхсәт ителде. Башҡа вакциналарҙы тикшереү дауам итә. Әгәр буласаҡ әсә йөклөлөк ваҡытында коронавирусты эләктерһә, сабыйын таба алмауы йәки баланың үле тыуыу ҡурҡынысы бар. Шуға күрә был процедураны мотлаҡ үтәргә саҡырам. Сир бер кемде лә аямай.

--Прививканы ҡайҙа яһатырға була?

--Һәр шишәмбе һәм йома 11.00-12.00 сәғәттәрҙә Сибай бала табыу йортоноң ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһында эшләтергә мөмкин. Шулай уҡ ҡала поликлиникаһында ла уны һәр кемгә яһайҙар. Прививканан түгел, сирҙең эҙемтәләренән ҡурҡырға кәрәк. Билдәле булыуынса, коронавирус менән сирләгәндәр тромбоз барлыҡҡа килеүҙән вафат була. Йөклө ҡатын менән бала араһындағы плацентала ла әллә күпме ҡан тамырҙары бар. Шулар аша сабыйға кислород, үҫеш өсөн кәрәкле матдәләр бара. Буласаҡ әсә сир йоҡтороп ошо ҡан юлдары тығылһа, бала тонсоға. Ошонан сығып та йөклөлөгө 22 аҙнанан үткән һәр йөклө ҡатын-ҡыҙ прививка яһатырға тейешле. Ғөмүмән, ауырлы ҡатын эргәһендә булған һәр ғаилә ағзаһы прививка ҡаҙатырға бурыслы. Әле буласаҡ әсәләр прививка яһата, әммә күптәр уның мөһимлеген аңламай.

--Балалар, үҫмерҙәр өсөн вакцияна буласаҡмы?

--“Спутник V” вакцинаһын үҫмерҙәрҙә һынау башланды. Уның хәүефһеҙлеге раҫланғас, эпидемиологик күрһәткестәр буйынса балалар календарына индерелеүе мөмкин. Яҡын арала 15-17 йәшлектәргә прививка ҡаҙай башлаясаҡтар. Ата-әсәләр был хаҡта балаларына аңлатырға тейеш. Сир бар, ул һәр кем өсөн ҡурҡыныс булыуын үҫмерҙәрҙең аңына һеңдерергә кәрәк.

--Яңы йыл байрамы бәхетһеҙ осраҡтарһыҙ үтһен өсөн ата-әсәләргә ниндәй кәңәштәр бирер инегеҙ?

--Бер йәшкә тиклемге балалары булғандарға ҡунаҡҡа йөрөмәҫкә, кеше күп йыйылған ергә бармаҫҡа тәҡдим итәм. Юл йөрөүселәргә балаларын мотлаҡ автокреслола ғына ултыртып йөрөтөргө кәрәк. Тиҙлекте арттырмаһындар. Балаларығыҙҙан бер ваҡытта ла күҙ яҙлыҡтырмағыҙ. Ҡунаҡ килде, уларға урын булһын тип сабыйҙарығыҙҙы үҙегеҙ менән алып ятмағыҙ. Өҫтөнә ятып, балаларын тонсоҡтарғандар аҙ түгел. Ял осоронда өлкәндәр бөтәһе лә өйҙә булып та балалар үлеме осраҡтары күпләп теркәлеүе аяныслы. Байрам тип спиртлы эсемлектәр менән артыҡ мауығырға ярамай. Әйтергә кәрәк, ял мәлендә балиғ булмаған үҫмерҙәр комиссияһы, балалар поликлиникаһы белгестәренән торған махсус комиссия имен булмаған ғаиләләргә рейд ойошторасаҡ.

Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас