Милли проекттар
18 Декабря 2021, 08:45

Шишәмбенән шәмбегәсә ишектәре ябылмай

Күптәр өсөн дүшәмбе иң ауыр көн булһа, ЗАГС бүлеге хеҙмәткәрҙәренә иһә иң ауыр мәл шишәмбегә тура килә. Сөнки төбәгебеҙҙең граждандар хәле акттарын теркәү бүлектәренең эш аҙнаһы шишәмбенән башлана. Сибай ҡалаһы бүлегенең дә ишеге ошо көндән алып шәмбегәсә ябылмай тиерлек. Тормош булғас төрлө хәлдәр була: тыуымдан ҡалмағас үлем дә йәнәш кенә бара, халыҡ йәрәшә-ҡауыша, айырылыша. Быйылғы һөнәри байрамдарын ҡалабыҙҙың ЗАГС бүлеге айырыуса ашҡыныу менән менән ҡаршылай—урында был орган булдырылыуға 75 йыл тула.

Шишәмбенән шәмбегәсә ишектәре ябылмайШишәмбенән шәмбегәсә ишектәре ябылмай
Шишәмбенән шәмбегәсә ишектәре ябылмай

--75 йыл аҙ ғүмер түгел. Шуға күрә, иң беренсе нәүбәттә беҙҙең бүлекте асыуға, уның ҡеүәтен арттырыуға күп көс һалыусы ветерандарға, әлеге көндә лә арымай-талмай хеҙмәт итеүсе барлыҡ коллегаларымды ихлас ҡотлайым һәм намыҫлы хеҙмәттәре өсөн сикһеҙ рәхмәт белдерәм!—ти ЗАГС бүлеге начальнигы Айгөл Бохарбаева.--Беҙҙең хеҙмәтте күптәр тик күңелле мәлдәрҙән—йәш кәләш менән кейәүҙең никахын теркәүҙән генә тора тип уйлай. Эйе, шаулап-гөрләп туйҙар үтеп тора. Тик граждандар хәле акттары теркәү эше ғаилә ҡороуҙан тыш, бик ҙур даирәне үҙ эсенә ала. Туҡтамай танытмалар һәм белешмәләр бирәбеҙ, документтарға төҙөтмәләр һәм үҙгәрештәр индерәбеҙ, мөрәжәғәт итеүселәрҙең үтенесе буйынса сит дәүләттәр биләмәләренән төрлө белешмәләр алабыҙ. Был эштәрҙең барыһы ла баш белгес-эксперт Әнүзә Мәҡсүтова, әйҙәүсе белгес-эксперттар Ләйсән Абдрахманова, Зөмәрә Әхмәтшина иңендә.

Сибайҙың ЗАГС бүлегендә тыуыу тураһында беренсе акт 1946 йылдың 2 ғинуарында теркәлгән. Тәүге рәсми никах ошо уҡ йылдың 15 ғинуарына тура килгән. Ул ваҡытта Сибай бүлеге Баймаҡ районының Сибай ауыл Советы тип аталған. 75 йыл дауамында ЗАГС бүлеге бер нисә тапҡыр атамаһын да алмаштырған. Мәҫәлән, 1956-1977 йылдарҙа ул бюро булһа, 1978-1992 йылдарҙа бүлеккә әйләнгән. 1993-2001 йылдарҙа Сибай ҡала хакимиәтенең ЗАГС бүлегенә әүерелгән. 2006-2010 йылдарҙа бүлек республиканың юстиция министрлығына ҡараһа, 2011-2014 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының граждандар хәле акттарын теркәү идаралығы ҡарамағына күскән. 2015 йылдан алып бөгөнгәсә бүлек республиканың юстиция эштәре буйынса дәүләт комитетына буйһона.

Хеҙмәткәрҙең эш көнө беренсе минутынан уҡ фойе тулы халыҡты ҡабул итеүҙән башлана. Бында уларға юрист та, психолог та, хатта хәҙерге пандемия осоронда ковидҡа ҡаршы инспектор булырға ла тура килә.

--Эшебеҙ еңел түгел, шулай ҙа зарланмайбыҙ, күңел биреп ихлас башҡарабыҙ,--ти белгестәр.—Документтар туплайбыҙ, тыуған сабыйҙарҙың ата-әсәһенең, өйләнешергә, атайлыҡтарын танырға, айырылышырға теләүселәрҙең телефондарын яҙып алып, һәр береһе менән шәхсән һөйләшәбеҙ. Барлыҡ эшмәкәрлегебеҙ "Демография" милли проектына ярашлы ойошторола.

Ялдан һуң иң беренсе нәүбәттә вафат булғандарҙың туғандары менән тығыҙ эшләйбеҙ. Сөнки беҙҙең бүлектә алынған үлем тураһындағы танытма бөтә документтарҙы рәсмиләштереү өсөн мөһим. Унан ғына сират башҡа һорау буйынса килеүселәргә етә.

 

Дәүләт хеҙмәттәре порталы, күп функциялы үҙәктәрҙең эшмәкәрлеге ЗАГС бүлеге хеҙмәткәрҙәренең хеҙмәтенә бер аҙ еңеллек килтерә, әммә халыҡ күп кенә һорауҙарҙы элеккесә күҙгә-күҙ осрашып хәл итеүҙе уңайлы күрә.

2021 йылдың 1 ғинуарынан Рәсәй Федерацияһының бөтә ЗАГС бүлектәре лә граждандар хәле акттарын текрәү Берҙәм дәүләт реестрында эшләй. Был юҫыҡта эшмәкәрлек башлауға Сибай ЗАГС-ы бүлеге 2 йыл әҙерләнә: ҡағыҙҙағы бөтә архивты электронлы рәүешкә әйләндерәләр. Берҙәм дәүләт реестры аша улар илебеҙҙең теләһә ҡайһы төбәгендә теркәлгән акттар хаҡында белешмә бирә ала. Тик документтарҙың шул тарафтар бүлегендә һаҡланыуы һәм реестрға индерелеүе бурыс.

Учреджениеның бөтә эшмәкәрлеге заманса технологияларға, интернет селтәре, программаларға бәйле. Техника булғас уның сафтан сыҡҡан, боҙолған мәлдәре лә булғылай. Белгестәр бындай осраҡтарҙа ҡалалаштарҙың түҙемле, сабыр була белеүҙәрен баһалай.

Шишәмбенән шәмбегәсә ишектәре ябылмай
Шишәмбенән шәмбегәсә ишектәре ябылмай
Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас