Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
30 Ноябрь 2021, 12:50

Музейға ҡорамалдар кәрәк

Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһында Сибай ҡалаһының мәғариф учреждениеларынан тын, мәҙәниәт коллективтары ла әүҙем ҡатнаша. Ошо көндәрҙә ҡаланың тарих-крайҙы өйрәнеү музейында киләһе йылда ла программа һәм “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә хәл ителәсәк мөһим мәсьәләләр ҡаралды.

Музейға ҡорамалдар кәрәк
Музейға ҡорамалдар кәрәк

Был юлы музейға йыйылған халыҡ мәҙәниәт усағы буйлап экскурсия ҡылманы. Таусылар проспектының 51-се күп ҡатлы йортонда йәшәүселәр урындағы башланғыстар программаһында ҡатнашыу өсөн өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙе барланы. Йыйылышта ҡала хакимиәте вәкиле һуңғы йылдарҙа урында программаға ярашлы тормошҡа ашырылған эштәрҙе барланы. Сарала ҡатнашыусылар кисекмәҫтән хәл итеүҙе талап иткән 3 проект—йорт ихатаһында балалар майҙансығы булдырыу, музей биләмәһен рәтләү, заманса ҡорамалдар һатып алыуҙың мөһимлеген билдәләне.
Сибай тарих-крайҙы өйрәнеү музейы директоры Ләйлә Аллабирҙина билдәләүенсә, балалар майҙансығы ла, биләмәне төҙөкләндереү ҙә мөһим бурыстар. Әммә музейҙың торошон тағы ла күркәмләндереү өсөн заманса ҡорамалдар һатып алыу мотлаҡ. Ошонан сығып, йыйылышта ҡатнашыусылар ошо йүнәлештә ныҡлы эшләп, программа конкурсында ҡатнашырға булды.

 

Музейға ҡорамалдар кәрәк
Музейға ҡорамалдар кәрәк
Автор:Гульдар Кадаева