АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
24 Ноябрь 2021, 07:05

Ирәндектә джаз яңғыраны

Сибай сәнғәт колледжында “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә “Ирәндектә джаз” өсөнсө фестиваль-концерты үтте. Унда Сибай, Баймаҡ, Магнитогорск ҡалаларынан 30-ға яҡын джаз башҡарыусы ҡатнашты.

Ирәндектә джаз яңғыраны
Ирәндектә джаз яңғыраны

Фестиваль-концерттың төп маҡсаты – джазды башҡарыу мәҙәниәтен популярлаштырыу. Профессиональ һәм һәүәҫкәр башҡарыусыларҙың һәләттәрен Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы Лилиә Ишемйәрова етәкселегендәге жюри баһаланы. Гала-концерт сарала ҡатнашыусыларҙы бүләкләүҙән башланды.

Фестивалгә үҙенсәлекле музыка стиленә өҫтөнлөк биреүселәр йыйылды. Бер сәхнәлә джазды яңы башлап йырлаусылар ҙа, уны оҫта башҡарыусылар ҙа һынау тотто. Сибайҙа ижад юлын башлаған Лилиә Ишемйәрованың, Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының эстрада-джаз оркестрының сығыштары джаз яратыусыларға ысын мәғәнәһендә ҙур бүләк булды.

Йыл һайын фестивалдә яңы таланттар асылыуы ҡыуаныслы. Лилиә Ишемйәрова билдәләүенсә, быйыл музыканың был төрөн аңлап башҡарыусылар күп булған. Тимәк, фестивалдең киләсәге бар.

Фестиваль-концертта ҡатнашыусылар ижад, музыка һәм илһам байрамы ойошторғандары өсөн мәҙәниәт идаралығы начальнигы Ильяс Сафинға, ҡала хакимиәтенә, сәнғәт колледжы етәкселегенә ҙур рәхмәт белдерҙе.

 

 

Ирәндектә джаз яңғыраны
Ирәндектә джаз яңғыраны
Ирәндектә джаз яңғыраны
Ирәндектә джаз яңғыраны
Автор:Гульдар Кадаева