АТАЙСАЛ
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
18 Ноябрь 2021, 14:30

Һөнәре булған бирешмәй

"Үҫкәс кем булаһың?" -- тигән һорауҙы кес кенәнән ишетәбеҙ. Балалар ҙа күберәк китаптар, йәнһүрәттәр аша таныш һөнәрҙәр тураһында һүҙ йөрөтә. Улар араһында космонавт, янғын һүндереүсе, ҡотҡарыусы алда тора. Яңы «KIDSKILLS» проекты ярҙамында балалар баҡсалары тәрбиәләнеүселәре төрлө эшсе һөнәрҙәр менән таныша, уларҙың эшмәкәрлеген теоретик яҡтан ғына түгел, практикала ла күрә. Грант компетенциялары ла бик үҙенсәлекле итеп һайланған. Ете профиль араһында "Йәш парикмахер", "Йәш ҡотҡарыусы", робототехник һәм башҡа йүнәлештәр бар. Проекттың төп маҡсаты -- мәктәпкәсә йәштәге балаларға һөнәрҙәр тураһында белем биреү.

Һөнәре булған бирешмәй
Һөнәре булған бирешмәй

Сибай ҡалаһында төрлө кимәлдәге гранттарҙы тормошҡа ашырыу дауам итә. Ошо көндәрҙә ҡаланың “Мәғариф” милли проектына ярашлы “Тирмәкәй” балалар баҡсаһында «Кондитер» компетенцияһы буйынса беренсе «KIDSKILLS» чемпионаты башланды. Был проект сиктәрендә мәктәпкәсә йәштәге балалар төрлө һөнәрҙәр менән таныша.

Үҫкәс кем булаһың тигән һорауҙы кес кенәнән ишетәбеҙ. Балалар ҙа күберәк китаптар, йәнһүрәттәр аша таныш һөнәрҙәр тураһында һүҙ йөрөтә. Улар араһында космонавт, янғын һүндереүсе, ҡотҡарыусы алда тора. Яңы «KIDSKILLS» проекты ярҙамында балалар баҡсалары тәрбиәләнеүселәре төрлө эшсе һөнәрҙәр менән таныша, уларҙың эшмәкәрлеген теоретик яҡтан ғына түгел, практикала ла күрә. Грант компетенциялары ла бик үҙенсәлекле итеп һайланған. Ете профиль араһында йәш парикмахер, йәш ҡотҡарыусы, робототехник һәм башҡа йүнәлештәр бар. Проекттың төп маҡсаты -- мәктәпкәсә йәштәге балаларға һөнәрҙәр тураһында белем биреү.

-- Мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың үҫешен камиллаштырыуға йүнәлтелгән проект президент фонды грантына лайыҡ булды. Ул кес кенә йәштән балаларға һөнәрҙәр тураһында белешмә биреүгә ҡайтып ҡала. Шуныһы ҡыуаныслы: сарала ҡалабыҙҙың барлыҡ балалар баҡсалары ла бик теләп ҡатнаша,-- проект етәксеһе

ти Люциә Атанова

“Тирмәкәй” балалар баҡсаһында беренсе «Профи.Батл»дың  “Йәш кондитер” һәм “Йәш төҙөүсе” компетенцияһында ярыштар үтте. Төрлө балалар баҡсаларынан 6-7 йәшлек 17 ҡыҙ һәм малай үҙ-ара көс һынашты. Аҙна дауамында проекттың бөтә компетенциялары буйынса ярыштар ойоштороласаҡ. Грант сараларын тормошҡа ашырыу өсөн кәрәкле материалдар, ҡорамалдар, 3D ручкалар, ноутбуктар, манекендар һәм башҡа кәрәк-яраҡ һатып алынған. Ярыш һөҙөмтәләре 23 ноябрҙә билдәле буласаҡ.

Һөнәре булған бирешмәй
Һөнәре булған бирешмәй
Автор:Гульдар Кадаева