АТАЙСАЛ
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
16 Ноябрь 2021, 10:00

Өйҙән сығырға ла, сиратта торорға ла кәрәкмәй

Автомобиль һатып алыусылар, һатыусылар, водитель танытмаһы алыусылар, ғөмүмән, транспортҡа бәйле бөтә эштәрҙе “Дәүләт хеҙмәттәре” порталы аша хәл итергә мөмкин. Нисек тиһегеҙме?  

Өйҙән сығырға ла, сиратта торорға ла кәрәкмәй
Өйҙән сығырға ла, сиратта торорға ла кәрәкмәй

Дәүләт хеҙмәттәре – бик уңайлы портал. “Цифрлы иҡтисад” милли проекты сиктәрендә булдырылған сайт аша Рәсәй Федерацияһының һәр гражданы ситтән тороп дәүләт органдарына ғаризалар тапшыра, ҡабул итеүҙәргә яҙыла ала. Автомобиль хужалары ла өйҙәренән сыҡмайынса техникаларын үҙ исеменә теркәй, йәки киреһенсә иҫәптән сисеү мөмкинлегенә эйә.

Замана технологиялары ныҡлы үҫешкән заманда күп кенә хеҙмәттәр менән өйҙән ултырған килеш тә ҡулланып була. Ундай мөмкинлекте Дәүләт хеҙмәттәре порталы тыуҙыра. Сибай ҡалаһы халҡы ла башҡалар кеүек үк юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһының транспорт саралары һәм водитель танытмаһына бәйле эштәрҙе ошо портал аша тормошҡа ашыра.

— Юл хәрәкәте хәүефһеҙле дәүләт инспекцияһында теркәү-имтихан алыу һәм техник күҙәтеү төркөмдәре төрлө хеҙмәттәр күрһәтә. Элек уларға һыу буйы сират теҙелһә, хәҙер Дәүләт хеҙмәттәре порталы эшләүе эшебеҙҙе күп кә еңеләтте. Шәхси кабинет аша порталға инеү һәм тейешле һылтанмалар аша кәрәкле хеҙмәтте һайлап, уның тапҡырына билдәләр ҡуйыу ҡыйынлыҡ тыуҙырмай, әллә ниндәй белем дә талап итмәй. Шулай уҡ дәүләт пошлинаһына 30 процент ташлама яһалыуы ла бик отошло,-- ти юл хәрәкәте хәүефһеҙле дәүләт инспекцияһының Сибай ҡалаһы буйынса начальнигы Вадим Арғынбаев.

Дәүләт хеҙмәттәре сайты аша ҡабул ителеүгә яҙылғандан һуң уларҙы рәсмиләштереү өсөн ваҡыт әрәм итеп оҙон-оҙаҡ сиратта торорға кәрәкмәй. Билдәләнгән көн һәм сәғәттә инспекцияға барыуың ғына бурыс. Унда хеҙмәткәрҙәр һеҙгә транспорт өсөн кәрәкле документтар юллауҙа булышлыҡ итә, теркәү һандары бирә.

Фото Сибай телевидениеһы төркөмөнән.

Өйҙән сығырға ла, сиратта торорға ла кәрәкмәй
Өйҙән сығырға ла, сиратта торорға ла кәрәкмәй
Автор:Гульдар Кадаева