АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
11 Ноябрь 2021, 13:20

Булғанда ла ниндәй батырҙарыбыҙ бар

Урал һәм Булат исемле малайҙар супер геройҙар тураһында йәнһүрәттәр ҡарарға, уйындар уйнарға ярата. Улар хатта шулар менән мауығып китеп ашауҙарын, йоҡоларын онота. Әсәйҙәренең әйткәнен ҡолаҡтарына ла элмәйҙәр, һеҙҙең заманығыҙҙа супер геройҙар булмағас, әсәй һин беҙҙе аңламайһың, тип кенә ебәрә. Малайҙарынан шелтә алғас, әсәйҙәре эпик геройҙар, һылыуҡайҙар һәм Самрау батша тураһында һөйләп бирә. Ҡәҙерлеләренең мауыҡтырғыс әкиәтен тыңлай торғас, улдары фантазияға бирелә һәм үҙҙәре супер геройҙар сүрәтенә инеп мажараларға тарый.

Булғанда ла ниндәй батырҙарыбыҙ бар
Булғанда ла ниндәй батырҙарыбыҙ бар

"Сулпан"дар премьераға бер айҙан ашыу әҙерләнә. Спектакль өсөн 21 костюм тектерелә. Күмәк сәхнәләштереүгә Сибай сәнғәт колледжы студенттары йәлеп ителә. “Мәҙәниәт” милли проектының “Бәләкәй тыуған ер мәҙәниәте” – “Театрҙар –балалар өсөн” проекты сиктәрендә тормошҡа ашырылған өр-яңы тамашаны сәхнәгә ҡуйыу өсөн республикабыҙҙың төрлө төбәктәренән ижади төркөм саҡырылған. Сценарий авторы – Динара Ҡәйүмова, режиссеры – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Фирғәт Ғарипов. Спектакль ҡыҙыҡлы, балаларҙың зауығына тура килерлек итеп ҡуйылған.

Булғанда ла ниндәй батырҙарыбыҙ бар
Булғанда ла ниндәй батырҙарыбыҙ бар
Автор:Гульдар Кадаева