Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
14 Октябрь 2021, 18:00

Исеменә күрә -- есеме

Сибай ҡалаһының Мәжит Ғафури исемендәге мәҙәниәт һәм паркы быйыл ҙур үҙгәрештәр кисерҙе. Әлеге ваҡытта бында төҙөкләндереү эштәренең икенсе этабы тамамланыуға бара. Тулыһынса яңыртылған йәмәғәт биләмәһенең киләсәктә атамаһы ла үҙгәрә – ул “Терра Урал аръяғы” тип йөрөтөләсәк. Бер йыл эсендә бында бик күп эштәр башҡарылды: ҡоймалар яңыртылды, тротуарға асфальт түшәлде, ял биләмәләре барлыҡҡа килде.

Исеменә күрә -- есеме
Исеменә күрә -- есеме

Сибай ҡалаһының Мәжит Ғафури исемендәге мәҙәниәт һәм паркы быйыл ҙур үҙгәрештәр кисерҙе. Әлеге ваҡытта бында төҙөкләндереү эштәренең икенсе этабы тамамланыуға бара. Тулыһынса яңыртылған йәмәғәт биләмәһенең киләсәктә атамаһы ла үҙгәрә – ул “Терра Урал аръяғы” тип йөрөтөләсәк. Бер йыл эсендә бында бик күп эштәр башҡарылды: ҡоймалар яңыртылды, тротуарға асфальт түшәлде, ял биләмәләре барлыҡҡа килде..

 “Уңайлы ҡала мөхите формалаштырыу” миили проектына ярашлы реконструкцияланған ҡала паркында көндә бер нәмә үҙгәреш кисерә. Яңыраҡ ҡына беседкалар хасил булһа, йәйәүлеләр өсөн маршруттар ҙа һалынған. Әммә иң кәрәклеһе—балалар майҙансығылыр, моғайын. Төҙөкләндереүҙең икенсе этабында бик күп эштәр атҡарылған—юлдар һалынған, яҡтылыҡ үткәрелгән, ҡоймалар һуҙылған, биләмә йәшелләндерелгән. Балалар уйын комплексын сафҡа индереү икенсе этапҡа нөктә ҡуясаҡ.

--Паркты төҙөкләндереүҙең икенсе этабы 85 процентҡа үтәлде тиергә лә мөмкин. Плитәләр һалырға, арт-объекттар урынлаштырырға ғына ҡалды. Шулай уҡ яҡтылыҡ үткәреү бурысы тора. Ноябрь урталарына ҡәҙәр бөтә эштәр тамамланыр тип ышанам, -- ти «РеалСтрой» йәмғиәтенең баш инженеры Игорь Тулаев.

Төҙөлөш эштәре бында бер минутҡа ла тынмауға ҡарамаҫтан, сибайҙар был биләмәгә юлды һыуытмай. Әммә күптәр йәмәғәт урынын рәтләүгә түгелгән көс,хеҙмәтте баһаламай, булғандың ҡәҙерен белмәй.Әлегә сафҡа лә инмәгән паркта вандализм осраҡтары ла теркәлгән. Эскәмйәләргә яҙалар, сыялар, таҡтаһын һурып алалар, сүп-сар ташлап китергә лә тартынмайҙар. Был парктың экологияһына кире йоғонто яһамай ҡалмай. Йәмәғәт биләмәһенә мал-тыуар инмәһен өсөн бейек булмаған ҡойма менән кәртәләнгән. Реконструкция эштәренең икенсе этабы барышында шулай уҡ Балалар ижады үҙәгенә ингән урында асфальт алынып ташлап, плитләр һалынған.

Төҙөкләндереүҙең өсөнсө этабы барышында бында ике күләмле объект: спорт ҡаласығы һәм быуа барлыҡҡа киләсәк.

Исеменә күрә -- есеме
Исеменә күрә -- есеме
Автор:Гульдар Кадаева