

Яҡташыбыҙ Алһыу Байегетова 42 саҡрымдан ашыу араны йүгереп үҙ йәштәштәре араһында беренсе урын яуланы. Дамир Хәсәнов та ошо уҡ арауыҡты–42 саҡрым 195 метр дистанцияны 3 сәғәт 15 минутта йүгереп үтеп, финишҡа икенсе булып инде. Спорт ветераны Айрат Йыһаншин марафондың 10 саҡрым арауығында ярышты.
—Өфө Халыҡ-ара марафоны 7-се тапҡыр ойошторолдо. Ярышта 18 илдән, Рәсәйҙең 229 ҡала һәм ауылынан 4 меңдән ашыу спортсы ҡатнашты. Өфөнөң тарихи урындарынан үткән марафон дистанцияһын мин 7-се йыл рәттән йүгереп үттем һәм бер ҙә үкенмәйем. Спорт–минең йәшәү рәүешем. Йүгермәйенсә йәшәй алмайым,--ти Өфө халыҡ-ара марафонының көмөш призеры Дамир Хәсәнов.—Баймаҡ районының Татлыбай ауылы мәктәбендә 4-се класта уҡығанда йүгерә башланым. Шунан алып спорттың был төрөнән киткәнем юҡ. Башта гел үҙаллы шөғөлләнһәм, бер нисә йыл рәттән ярыштарға тренер Владимир Николаевич Глухов әҙерләне. Быйылғы йәй беҙҙең өсөн үтә ҡыҙыу булды: Стәрлетамаҡ ҡалаһында уҙған ярым марафонда, Талҡаҫ тирәләп йүгереүҙә, Ырымбур өлкәһенең Новотроицк ҡалаһындағы ярыш-тарҙа гел алдынғы урындарға өлгәштек.
Марафон еңеүселәрен Токиола үткән Олимпиада чемпионы, яҡ-ташыбыҙ Аделина Заһиҙуллина тәбрикләп, миҙалдар тапшырған.
Баш ҡаланан еңеүҙәр яулап, дәртләнеп ҡайтҡан был өсәү 16 сентябрҙә Сибайҙа үткән “Милләттәр кросы”нда ла юғары һөҙөмтәләргә иреште. Ҡотлайбыҙ!
Әлеге ваҡытта улар Ҡуянтау-Баймаҡ ярышына әҙерләнә.